Июнь
Дүшәмбе, 1 июнь
Һин игелекле, ғәфү итергә әҙерһең, бөйөк Хаким (Зәб. 85:5).
Йолом ҡорбаны бөгөн беҙгә күп фатихалар бирә. Мәҫәлән, йолом нигеҙендә Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы кисерә. Тейеш булмаһа ла, ул быны эшләргә бик теләй (Зәб. 102:3, 10—13). Ҡайһы берәүҙәр, Йәһүәнең кисереүенә лайыҡ түгелмен, тип уйлай. Ысынында быға бер кеше лә лайыҡ түгел. Илсе Пауыл да быны аңлаған. Ул: «Илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен. Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым», — тигән (1 Кәр. 15:9, 10). Гонаһтарыбыҙҙа тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе ғәфү итә. Ни өсөн? Беҙ быға лайыҡ булғанға түгел, ә ул беҙҙе яратҡанға. Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе булдыҡһыҙ тип һанаһағыҙ, онотмағыҙ: Йәһүә йоломдо камил кешеләр өсөн түгел, ә тәүбә иткән гонаһлы кешеләр өсөн түләгән (Лука 5:32; 1 Тим. 1:15). w25.01 26—27 бб., 3, 4 абз.
Шишәмбе, 2 июнь
Миһырбанлы әҙәм үҙенә бәрәкәт килтерер, рәхимһеҙ иһә зыянға тарыр (Ғиб. һүҙ. 11:17).
Беҙ башҡаларҙың һүҙҙәрен һәм эштәрен контролдә тота алмайбыҙ, ләкин тәртибебеҙ беҙҙең ҡулда. Йыш ҡына башҡаларҙың рәнйетеүенә иң яҡшы яуап — уларҙы ғәфү итеү. Ни өсөн? Беҙ Йәһүәне яратабыҙ, ә ул беҙҙең башҡаларҙы кисереүебеҙҙе теләй. Әгәр беҙ асыуланып йөрөһәк һәм башҡаларҙы кисермәһәк, аҡылһыҙ эш итеүебеҙ һәм һаулығыбыҙға зыян килтереүебеҙ бар (Ғиб. һүҙ. 14:17, 29, 30). Үпкәнән арынһаҡ, уға үҙебеҙҙе ағыуларға һәм һаулығыбыҙҙы ҡаҡшатырға юл ҡуймаҫбыҙ. Шулай эшләп, беҙ үҙебеҙҙе бүләкләйбеҙ. Үткәндәрҙе онотоп, тормошҡа яңынан шатлана алабыҙ. Рәнйегән хистәрҙе дауаларға нимә ярҙам итер? Түҙемле булығыҙ. Уйлап ҡарағыҙ: етди йәрәхәт алған кеше дауаланыу һәм реабилитация курсын үтергә тейеш. Хистәребеҙ тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Уларға һауығырға ваҡыт бирегеҙ. Шул саҡта һеҙҙе үпкәләткән кешене ысын күңелдән кисереү еңелерәк булыр (Вәғ. 3:3; 1 Пет. 1:22). Миңә башҡаларҙы ғәфү итергә ярҙам ит, тип Йәһүәгә доға ҡылығыҙ. w25.02 16—17 бб., 8—11 абз.
Шаршамбы, 3 июнь
Ҡаты аҙыҡ иһә етлеккәндәр өсөн (Евр. 5:14, ЯДТ).
Тәүбә итеү, Аллаға инаныу, һыуға сумдырылыу һәм үлгәндәрҙең терелеүе кеүек тәғлимәттәр мәсихселәр диненең нигеҙе булып тора (Евр. 6:1, 2). Бына ни өсөн илсе Петер Илленсе көн байрамында вәғәзләгәндә улар тураһында әйтеп киткән (Илс. 2:32—35, 38). Мәсихтең шәкерттәре булыр өсөн, беҙгә был башланғыс тәғлимәттәрҙе ҡабул итергә кәрәк. Мәҫәлән, илсе Пауыл әйтеүенсә, әгәр беҙ үлгәндәрҙең терелеүенә ышанмаһаҡ, мәсихселәр тип атала алмайбыҙ (1 Кәр. 15:12—14). Ләкин «Мәсих тәғлимәтенең... башланғыс өлөштәрен» алғандан һуң да беҙ туҡталырға тейеш түгел. Башланғыс тәғлимәттәрҙән айырмалы булараҡ, ҡаты рухи аҙыҡ Йәһүәнең ҡанундарын ғына түгел, уның принциптарын да үҙ эсенә ала. Был принциптар беҙгә Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешенә төшөнөргә ярҙам итә. Был рухи аҙыҡ файҙа килтерһен өсөн, беҙгә Изге Яҙманы өйрәнергә, уның өҫтөндә уйланырға һәм белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланырға кәрәк. Шул саҡта беҙ Йәһүәне шатландырған ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнәбеҙ. w24.04 5 б., 12, 13 абз.
Кесаҙна, 4 июнь
Хөкөм көнөндә... Нинәбә халҡы терелеп торор (Матф. 12:41).
Алла Юнысҡа, Нинәбә халҡы «яҡшылыҡты яманлыҡтан айыра» белмәй, тигән (Юныс 1:1, 2; 3:10; 4:9—11). Һуңыраҡ Ғайса, Йәһүәнең ни тиклем шәфҡәтле һәм ғәҙел булыуын күрһәтер өсөн, ошо осраҡты миҫал итеп килтергән. Нинәбә халҡы терелгәс, ниндәй хөкөмгә дусар булыр? Ғайса, киләсәктә «хөкөм ителеү өсөн тереләсәк» кешеләр булыр, тип өйрәткән (Яхъя 5:29). Ул үҙенең Меңйыллыҡ идара итеү ваҡыты тураһында әйткән. Ул саҡта «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк» (Илс. 24:15). Тәҡүә булмағандар «хөкөм ителеү өсөн тереләсәк». Йәһүә һәм Ғайса уларҙы күҙәтер һәм белгәндәрен ҡулланамы-юҡмы икәненә иғтибар итер. Нинәбә халҡынан булған берәй кеше терелһә, әммә Йәһүәгә табынырға теләмәһә, ул үлем язаһына хөкөм ителер (Ишағ. 65:20). Ләкин Аллаға табыныуҙа беҙгә ҡушылғандар мәңге йәшәргә мөмкинлек алыр! (Дан. 12:2). w24.05 5 б., 13, 14 абз.
Йома, 5 июнь
Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға килде бит (Лука 19:10).
Ғайса мәрхәмәтле Атаһының камил сағылышы булып торған (Яхъя 14:9). Һүҙҙәре һәм эштәре менән Ғайса Атаһының шәфҡәтле булыуын, кешеләрҙе яратҡанын һәм уларға гонаһтан арынырға ярҙам итергә теләгәнен күрһәткән. Ғайса гонаһлы кешеләргә үҙ юлдарын үҙгәртергә һәм уның артынан барырға ярҙам иткән (Лука 5:27, 28). Ғайса киләсәктә уны нимә көткәнен белгән. Ул бер нисә тапҡыр шәкерттәренә, миңә хыянат итәсәктәр һәм язалап үлтерәсәктәр, тип әйткән (Матф. 17:22; 20:18, 19). Ул бөтә донъяның гонаһтарын үҙ өҫтөнә аласағын белгән. Ғайса шулай уҡ: «Мин, ерҙән күтәрелгәс, барлыҡ кешеләрҙе Үҙемә тартасаҡмын», — тип өйрәткән (Яхъя 12:32). Гонаһлы кешеләр, Ғайсаны үҙ Хужаһы итеп танып, уның эҙҙәренән барһа, Йәһүәнең хуплауын ала ала. Шулай эшләп, улар гонаһтан азат ителер ине (Рим. 6:14, 18, 22; Яхъя 8:32). Шуға күрә Ғайса икеләнмәйенсә ҡыйыулыҡ менән ғазаплы үлемгә әҙер булған (Яхъя 10:17, 18). w24.08 4—5 бб., 11, 12 абз.
Шәмбе, 6 июнь
Бөтә халыҡтарға һөйөнөслө хәбәр вәғәзләнергә тейеш (Марк 13:10).
Алла Һүҙендәге хәҡиҡәтте беренсе тапҡыр ишеткәнебеҙҙе иҫкә төшөрәйек. Күктәге Атабыҙҙың беҙҙе яратҡанын һәм уның ғаиләһенең өлөшө булып китеүебеҙҙе теләгәнен аңланыҡ. Беҙ уның бөтә ауырыуҙарҙы һәм ғазаптарҙы юҡ итәсәген белдек. Шулай уҡ яҡындарыбыҙҙың яңы донъяла терелеүенә өмөт тыуҙы (Марк 10:29, 30; Яхъя 5:28, 29; Рим. 8:38, 39; Асыл. 21:3, 4). Был хәҡиҡәттәр күңелебеҙҙе йылытты (Лука 24:32). Беҙ уларҙы ярата башланыҡ һәм улар хаҡында бөтәһенә лә һөйләр өсөн күңелебеҙ ташып торҙо. (Йәрәмиә 20:9 менән сағыштырығыҙ.) Йөрәгебеҙҙә хәҡиҡәткә ҡарата яратыу дөрләп янһа, беҙ уны башҡаларға һөйләмәй булдыра алмайбыҙ (Лука 6:45). Беҙҙең хистәребеҙ беренсе быуаттағы шәкерттәрҙең хистәренә оҡшаш. Улар: «Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ», — тигән (Илс. 4:20). Хәҡиҡәтте ныҡ яратҡанға, беҙ уның тураһында мөмкин тиклем күберәк кешегә һөйләргә теләйбеҙ. w24.05 15 б., 5 абз.; 16 б., 7 абз.
Йәкшәмбе, 7 июнь
Раббыға ҡыуанып хеҙмәт итегеҙ (Зәб. 99:2).
Йәһүәнең хеҙмәтселәре күктәге Аталарын бик ныҡ ярата һәм уның тураһында башҡаларға һөйләргә теләй. Ҡайһы берҙәре вәғәз эшенән шатлыҡ тапмай. Ни өсөн? Кемдер бик оялсан һәм үҙ-үҙенә ышанып етмәй. Башҡалар кешеләргә саҡырылмаған килеш килергә ояла. Кемдер, мине тыңламаҫтар, әрләп ташларҙар йә бәхәсләшергә тура килер, тип ҡурҡа. Таныш булмаған кешеләр менән Изге Яҙма тураһында һөйләшеп китеү уларға ауыр. Бәлки, һеҙ ҙә вәғәзгә көскә йөрөйһөгөҙҙөр. Әгәр шулай булһа, бойоҡмағыҙ. Һеҙ бәхәсләшергә һәм үҙегеҙгә артыҡ иғтибар йәлеп итергә теләмәйһегеҙ. Әлбиттә, кемдер һеҙҙе һөйөнөслө хәбәр һөйләгәнегеҙ өсөн әрләһә йә һеҙҙе тыңламаһа, был күңелһеҙләндерергә мөмкин. Күктәге Атайыбыҙ ауырлыҡтарығыҙҙы белә һәм һеҙгә ярҙам итергә вәғәҙә итә (Ишағ. 41:13). w24.04 14 б., 1, 2 абз.
Дүшәмбе, 8 июнь
Тыйнаҡтарға эйәреп аҡыл йөрөр (Ғиб. һүҙ. 11:2).
Изге Яҙманы уҡығанда белгәндәрегеҙҙең бөтәһен дә шунда уҡ үтәргә тырышмағыҙ. Тыйнаҡ булығыҙ һәм күп маҡсаттар ҡуймағыҙ. Ошолай эшләп ҡарағыҙ: үҙгәртергә кәрәкле нәмәләрҙең исемлеген төҙөгөҙ, уларҙың бер-икеһен һайлағыҙ, ә ҡалғандарын аҙаҡҡа ҡалдырып тороғоҙ. Нимәнән башлап була? Иң еңел маҡсаттан йә бигерәк тә үҙгәртергә кәрәк булған нәмәнән башлағыҙ. Маҡсатты һайлағас, беҙҙең баҫмалар буйынса тикшеренеүҙәр үткәрегеҙ. Маҡсатығыҙ хаҡында доға ҡылығыҙ һәм Йәһүәнән «теләк тә, һәләт тә» һорағыҙ (Флп. 2:13). Шунан һуң белгәндәрегеҙҙе ҡулланығыҙ. Үҙегеҙҙең беренсе маҡсатҡа ирешә алғанығыҙҙы күргәс, һеҙҙең, моғайын, икенсеһенә тотонорға дәртегеҙ булыр. Ә инде киләһе маҡсаттарға өлгәшеү еңелерәк булыр. w24.09 6 б., 13, 14 абз.
Шишәмбе, 9 июнь
Был эштә һәр яҡтан да саф булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ (2 Кәр. 7:11).
Бәлки, һеҙ элек берәйһен рәнйеткәнегеҙ өсөн үкенәһегеҙҙер. Шул саҡта нимә эшләп була? Хәлде төҙәтергә тырышығыҙ. Мәҫәлән, эскерһеҙ ғәфү үтенегеҙ. Йәһүәгә, минең арҡала ғазап сиккәндәрҙе йыуат, тип доға ҡылығыҙ. Йәһүә уларға ла, һеҙгә лә йән тыныслығы табырға һәм хеҙмәтегеҙҙе дауам итергә ярҙам итәсәк. Хаталарығыҙҙан һабаҡ алығыҙ һәм Йәһүә ихтыярын үтәүҙә ҡатнашығыҙ. Юныс пәйғәмбәрҙең миҫалына иғтибар итәйек. Алла уға Ниневияға барырға ҡушҡан, ә тегеһе бөтөнләй икенсе яҡҡа ҡасып киткән. Йәһүә Юнысҡа хатаһын танырға һәм дөрөҫ һөҙөмтәләр яһарға ярҙам иткән (Юныс 1:1—4, 15—17; 2:7—10). Йәһүә үҙ пәйғәмбәренә ҡул һелтәмәгән. Ул уға тағы бер мөмкинлек биргән. Йәһүә уға яңынан Ниневияға барырға ҡушҡан, һәм тегеһе шунда уҡ ризалашҡан. Юныс үҙ хатаһына үкенһә лә, кире хистәргә бирелеп ултырмаған, ә Йәһүәнең яңы йөкләмәһен үтәргә әҙер булған (Юныс 3:1—3). w24.10 8—9 бб., 10, 11 абз.
Шаршамбы, 10 июнь
Шуға күрә тәүбә итегеҙ һәм үҙгәрегеҙ. Шул саҡта гонаһтарығыҙ кисерелер, Йәһүә һеҙгә тыныслыҡ бирер (Илс. 3:19).
Йәһүә бурыстарыбыҙҙы, йәғни гонаһтарыбыҙҙы, кисереп кенә ҡалмай, ул уларҙы юйа. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ кемдәндер аҡса алдығыҙ, ти, ә ул һеҙҙең бурысығыҙҙы һыҙып ташлай. Ләкин һандар һыҙылған булһа ла, улар күренеп тора. Ә бына нимәнелер юйғанда, был бөтөнләй башҡаса була. Боронғо ваҡытта ҡараны ҡоромдан, ыҫмаланан һәм һыуҙан яһағандар. Шуға күрә яҙылғандарҙы еүеш сепрәк менән юйып ташлап булған. Шунан һуң унда нимә яҙылғанын бер кем дә уҡый алмаған, сөнки улар инде юҡҡа сыҡҡан. Шуның кеүек, Йәһүә лә гонаһтарыбыҙҙы кисереп кенә ҡалмай, ул уларҙы тулыһынса юйа. Был беҙҙе бик йыуата! (Зәб. 50:11). w25.02 10 б., 11 абз.
Кесаҙна, 11 июнь
Күңелһеҙләнеп китмә һәм яманлыҡ ҡылырға керешмә (Зәб. 37:8, ЯДТ).
Башҡалар беҙҙең менән насар мөғәмәлә итһәләр йә беҙҙең турала насар уйлаһалар, беҙ Йәһүәгә таянабыҙ, сөнки уға бөтә факттар билдәле. Уның үҙ ваҡытында барыһын да урынына ҡуясағына беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Был беҙгә ғәҙелһеҙлекте йырып сығырға ярҙам итер. Йәһүәгә ышанып һәм барыһын уның ҡулына тапшырып, беҙ йөрәгебеҙҙә асыуға һәм нәфрәткә урын ҡалдырмайбыҙ. Юғиһә, кире хистәр беҙҙе насар эштәргә этәрер, шатлыҡтан мәхрүм итер һәм Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе боҙор. Әлбиттә, әлегә беҙ камил рәүештә Ғайсаның эҙҙәренән бара алмайбыҙ. Ваҡыт-ваҡыт беҙ нимәлер әйтәбеҙ йә эшләйбеҙ, ә һуңынан үкенәбеҙ (Яҡ. 3:2). Ә ҡайһы саҡта беҙҙең менән шул тиклем ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итәләр, хатта ҡайһы бер яралар тик яңы донъяла ғына уңалыр. Әгәр һеҙҙең менән дә шулай булһа, шикләнмәгеҙ: Йәһүә һеҙҙең ниндәй әрнеү кисергәнегеҙҙе белә. Уның Улы Ғайса Мәсих тә күп ғазап кисергән һәм беҙҙең хистәребеҙҙе аңлай (Евр. 4:15, 16). Йәһүәнең Изге Яҙмала ғәмәли кәңәштәрҙе һаҡлап ҡалғаны беҙҙе бик шатландыра. Улар беҙгә ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда сыҙам ҡалырға ярҙам итә. w24.11 6 б., 12, 13 абз.
Йома, 12 июнь
Алла үҙе ебәргән затҡа ышаныуығыҙҙы теләй (Яхъя 6:29).
Мәңгелек тормош алыр өсөн Ғайсаға ышанырға кәрәк (Яхъя 3:16—18; 17:3). Ғайса Алланың йәһүдтәрҙән нимә талап иткәнен асыҡ итеп аңлатҡан. Ләкин уларҙың күбеһе уның һүҙҙәрен күңеленә алмаған. Улар унан: «Беҙҙе Һиңә ышандырырлыҡ ниндәй билдә күрһәтерһең?» — тип һораған (Яхъя 6:30). Улар, Муса көндәрендә Алла мөғжизәле рәүештә ата-бабаларыбыҙға манна биргән, тигән. Манна ул ваҡытта йәһүдтәрҙең көндәлек ризығы булған (Ниҡ. 9:15; Яхъя 6:31; Зәб. 77:24, 25). Күреүебеҙсә, йәһүдтәрҙең уйҙары тик ризыҡ тураһында ғына булған. Ғайса, күктәге «ысын икмәк» маннанан айырмалы булараҡ мәңгелек тормош бирә, тип әйтһә лә, улар уның нимәне күҙ уңында тотҡанын хатта ҡыҙыҡһынмаған да (Яхъя 6:32). Улар физик ихтыяждарына шул тиклем тупланған булған, хатта Ғайса уларға еткерергә теләгән мөһим рухи хәҡиҡәттәрҙе ҡолаҡтарына ла элмәгән. w24.12 5—6 бб., 10, 11 абз.
Шәмбе, 13 июнь
Бөтә нәмәнең төҙөүсеһе — Алла (Евр. 3:4).
Мәктәптә балағыҙ тәбиғәттә башҡа төрлө биҙәктәрҙең дә булыуы һәм уларҙың билдәле бер закондарға буйһоноуы тураһында белем ала. Мәҫәлән, һәр ҡар бөртөгө геометрик фигураларҙан тора. Ундай биҙәк фрактал тип атала. Әммә шундай фракталь биҙәк ҡар бөртөгөндә генә түгел, ә күп нәмәләрҙә бар. Был биҙәктәрҙең һәм закондарҙың авторы кем? Шундай тәрән һорауҙар өҫтөндә уйланғанда балағыҙ, моғайын, бөтә нәмәне Алла булдырғанына инаныр. Балағыҙ ҙурайғас, уға: «Әгәр Алла беҙҙе барлыҡҡа килтергән икән, ул беҙҙе бәхетле йәшәргә өйрәтә алмаймы ни?» — тигән һорау биреп була. Шунан Алла беҙҙе Изге Яҙма аша тап быға өйрәтә икәнен аңлата алаһығыҙ. w24.12 16 б., 8 абз.
Йәкшәмбе, 14 июнь
Арағыҙҙа фәхешлек, хатта мәжүсиҙәрҙә лә күҙәтелмәгән фәхешлек булыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Берәү үҙенең үгәй әсәһен ҡатыны итеп тота икән (1 Кәр. 5:1).
Алла илсе Пауылды тәүбә итмәгән кешене йыйылыштан ситләштерергә кәрәклеге тураһында хат яҙырға рухландырған (1 Кәр. 5:13). Мәсихселәр был кешегә нисек ҡарарға тейеш булған? Пауыл уларға был кеше менән аралашмаҫҡа ҡушҡан. Был үҙ эсенә нимәне алған? Ул кеше менән бергә хатта ашарға ярамағанлыҡты аңлатҡан (1 Кәр. 5:11). Ризалашырһығыҙ, кем менәндер бергә ашау, ғәҙәттә, йылы аралашыуға килтерә. Бына ни өсөн мәсихселәр ундай кеше менән ваҡыт үткәрергә тейеш булмаған. Был йыйылышты ул кешенең насар йоғонтоһонан һаҡлай алған (1 Кәр. 5:5—7). Бынан тыш, йыйылыш менән яҡын аралашыуҙы юғалтҡас, ул кеше Йәһүәне ни тиклем ныҡ рәнйеткәнен аңлаған һәм ҡылған эштәренә үкенеп тәүбәгә килә алған. w24.08 15 б., 4, 5 абз.
Дүшәмбе, 15 июнь
Алла донъяны шул тиклем ныҡ ярата, хатта... үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе (Яхъя 3:16).
Йыл һайын Исраилда Йолоу көнөн байрам иткәндәр. Был көндө баш рухани хайуандарҙы ҡорбанға килтергән. Әлбиттә, ундай ҡорбандар кешеләрҙең гонаһтарын тулыһынса ҡаплай алмаған, сөнки хайуандың ғүмере кешенең ғүмеренә тиң түгел. Ләкин Исраил халҡы тәүбә итеп Алла талап иткән ҡорбандарҙы килтергәндә, ул уларҙың гонаһтарын кисергән (Евр. 10:1—4). Был ҡорбандар уларға гонаһлы булыуҙарын иҫенә төшөргән. Ләкин, кешелектең гонаһтарын кисерер өсөн Йәһүә тағы нимә эшләгән? Ул ергә үҙенең ҡәҙерле Улын ебәргән. Ғайса Мәсих «бик күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан» ителгән (Евр. 9:28). Ул «үҙ ғүмерен күптәр өсөн йолом итеп биргән» (Матф. 20:28). w25.02 4 б., 9, 10 абз.
Шишәмбе, 16 июнь
Уяу булығыҙ һәм, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, гел доға ҡылығыҙ (Матф. 26:41).
Ғайса: «Рух ашҡынып тора, ә тән хәлһеҙ», — тигән (Матф. 26:41б). Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Ғайса кешеләрҙең камил булмағанын һәм йыш хаталар яһағанын аңлаған. Әммә был һүҙҙәр менән ул шәкерттәрен үҙҙәренә саманан тыш ышаныуҙан киҫәткән. Бер нисә сәғәт элек кенә уның шәкерттәре Ғайсаға, бер ҡасан да һине ҡалдырмаясаҡбыҙ, тип әйткән (Матф. 26:35). Улар быны ысын күңелдән әйткән һәм тап шулай эш итергә теләгән дә. Ләкин улар ауыр саҡта ни тиклем тиҙ ҡотҡоға биреләсәктәрен хатта уйламағандыр ҙа. Бына ни өсөн Ғайса уларға бөгөнгө аятта яҙылған һүҙҙәрҙе әйткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәкерттәр Ғайсаның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаған. Ғайса ҡулға алынғас, улар үҙҙәрен нисек тотҡан? Илселәр, үҙҙәре вәғәҙә иткәнсә, уның менән ҡалғанмы? Юҡ. Улар, ҡурҡып, Хужаларын ташлап ҡасҡан (Матф. 26:56). w24.07 14 б., 1, 2 абз.
Шаршамбы, 17 июнь
Алла Үҙ Улының үлеме аша беҙҙе Үҙе менән яраштырҙы (Рим. 5:10).
Әҙәм менән Һауа мәңге йәшәү мөмкинлеген генә түгел, күктәге Аталары Йәһүә менән дуҫлығын да юғалтҡан. Улар Алланың балалары булған (Лука 3:38). Ләкин Алланы тыңламағас, улар уның дошмандары булып киткән, һәм ул уларҙы үҙ ғаиләһенән ҡыуған. Әҙәм менән Һауа ҡабул иткән ҡарар уларҙың үҙҙәренә генә түгел, ә уларҙың бөтә тоҡомдарына, шул иҫәптән беҙгә лә тәьҫир иткән (Баш. 3:23, 24; 4:1). Шуға күрә беҙгә Алла менән татыулашырға кәрәк (Рим. 5:10, 11). Бер белешмәлә әйтелгәнсә, «татыулашырға» тип тәржемә ителгән грек һүҙе «дошман булыуҙан туҡтап, дуҫ булып китеүҙе» аңлата. Шуныһы ғәжәйеп: был аҙымды беренсе булып Йәһүә яһаған. Ул быны нисек эшләгән? Кешеләр менән татыулашыр өсөн, Йәһүә йолоп алыу сараһын урынлаштырған. Был юғалғанды ҡайтарырға мөмкинлек бирә. Шулай итеп юғалған нәмәгә алмашҡа тиң булған нәмә бирелә. w25.02 3—4 бб., 7, 8 абз.
Кесаҙна, 18 июнь
Алла хуп күргән бойоғоу ҡотолоуға илтә торған тәүбәгә килтерә (2 Кәр. 7:10, ЯДТ).
Илсе Пауыл «ундай кешегә күптәрегеҙ биргән яза етә» тигән (2 Кәр. 2:5—8). Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, яза үҙ маҡсатына ирешкән: үҙенең үгәй әсәһе менән яҡынлыҡ ҡылған бер мәсихсене тәүбәгә килтергән (1 Кәр. 5:1, Евр. 12:11). Пауыл йыйылышҡа, ҡәрҙәшегеҙҙе «ғәфү итегеҙ һәм йыуатығыҙ» һәм «уға мөхәббәтегеҙҙе» күрһәтегеҙ, тигән. Иғтибар итегеҙ, Пауыл тәүбә иткән кешене йыйылышҡа ҡабул итеүҙән тыш, уның өсөн тағы күберәкте эшләргә кәрәклеге тураһында әйткән. Йыйылыштағылар ундай кешене үҙ һүҙҙәре һәм эштәре менән уны яратҡанына һәм ғәфү иткәненә ышандырырға тейеш булған. Шулай эшләп, улар уның йыйылышҡа кире ҡайтыуына шат булыуҙарын күрһәткән. w24.08 15 б., 4 абз.; 16—17 бб., 6—8 абз.
Йома, 19 июнь
Һеҙҙе... халыҡ алдында мәсхәрәләнеләр, эҙәрлекләнеләр (Евр. 10:33).
Илсе Пауыл һынауҙарҙа сыҙам ҡалыр өсөн, үҙеңә түгел, ә Йәһүәгә таянырға кәрәк икәнен яҡшы белгән. Ул тулы ышаныс менән: «Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын», — тип әйтә алған (Евр. 13:6). Ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙ инде хәҙер һынауҙар аша үтә. Беҙ уларҙы нисек нығыта алабыҙ? Улар өсөн доға ҡылып һәм, мөмкинлек булһа, ғәмәли ярҙам күрһәтеп. Инжилдә: «Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер», — тип асыҡтан-асыҡ әйтелә (2 Тим. 3:12). Тимәк, беҙҙең һәр беребеҙгә был ысынбарлыҡҡа әҙер булырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, тулыһынса Йәһүәгә ышанайыҡ һәм уның беҙгә һәр төрлө һынауҙы йырып сығырға ярҙам итәсәгенә шикләнмәйек. Үҙ ваҡытында Алла үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен бөтә ғазаптарҙан азат итәсәк (2 Тис. 1:7, 8). w24.09 12—13 бб., 17, 18 абз.
Шәмбе, 20 июнь
Хәбәрҙе ишеткән күп кенә кәринттәр ҙә иманға килеп, һыуға сумдырылды (Илс. 18:8).
Кәринттәргә һыуға сумдырылырға нимә ярҙам иткән? (2 Кәр. 10:4, 5). Алла Һүҙе һәм уның ҡеүәтле изге рухы Кәринттә йәшәүселәргә тулыһынса үҙгәрергә ярҙам иткән (Евр. 4:12). Уларҙың ҡайһы берҙәре эскесе, ҡараҡ, гомосексуалист булған. Ләкин улар Мәсих хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ысын күңелдән ҡабул иткәс, элекке тормоштарынан баш тартып, һыуға сумдырылған (1 Кәр. 6:9—11). Кәринттәрҙең ҡайһы берҙәренә, мәсихсе булып китер өсөн, тәрән тамырланған ғәҙәттәрҙән арынырға тура килһә лә, улар быны үтәй алмаҫлыҡ эш тип һанамаған. Шуға күрә улар, мәңгелек тормошҡа алып барған тар юлда булыр өсөн, күп тырышлыҡтар һалған (Матф. 7:13, 14). Моғайын, һеҙгә лә һыуға сумдырылыр өсөн күп нәмәне үҙгәртергә кәрәктер. Ләкин ныҡ булығыҙ! Йәһүәнән изге рух һорағыҙ, ул һеҙгә насар теләктәргә, улар ни тиклем көслө булһа ла, бирелмәҫкә ярҙам итер. w25.03 6 б., 15—17 абз.
Йәкшәмбе, 21 июнь
Әгәр кемегеҙгәлер аҡыллылыҡ етмәһә... Алланан һораһын (Яҡ. 1:5)
Алла һеҙгә зирәклек бирергә вәғәҙә иткән. Зирәклек ҡарарығыҙҙың Йәһүәгә оҡшаймы-юҡмы икәнен күрергә ярҙам итер. Уны Йәһүә «барыһына ла шелтәләмәйенсә, мул итеп бирә». Доға ҡылғандан һуң Йәһүәнең яуабын тыңлағыҙ. Әйтәйек, һеҙ таныш булмаған ҡалала аҙашҡанһығыҙ һәм урындағы кешенән юл һорайһығыҙ, ти. Ләкин унан яуап алмайынса юлығыҙҙы дауам итерһегеҙме? Әлбиттә, юҡ. Һеҙ уның нимә әйткәнен иғтибар менән тыңларһығыҙ. Шуның кеүек, Йәһүәнән зирәклек һорағандан һуң уның яуабын аңларға тырышығыҙ. Бының өсөн Изге Яҙмалағы ниндәй ҡанундар һәм принциптар һеҙҙең осрағығыҙға тура килгәне хаҡында уйланығыҙ. Мәҫәлән, берәй кисәгә барырғамы-юҡмы тигән ҡарар ҡабул иткәндә, Изге Яҙманы тикшерегеҙ. Унда ҡоторонҡо кисәләр, насар аралашыу, шулай уҡ Батшалыҡ эштәренә өҫтөнлөк биреү тураһында нимә әйтелгәнен белегеҙ (Матф. 6:33; Рим. 13:13; 1 Кәр. 15:33). w25.01 16 б., 6, 7 абз.
Дүшәмбе, 22 июнь
Минең ҡолдарым ашар, һеҙ ас ҡалырһығыҙ (Ишағ. 65:13).
Ишағыя пәйғәмбәрлегендә рухи ожмахта йәшәгәндәр менән рухи ожмахта йәшәмәгәндәр араһында ҙур айырма булыуы күрһәтелә. Йәһүә — йомарт Атай. Ул үҙ хеҙмәтселәренең рухи ихтыяждарын ҡайғырта. Беҙ ашап-эсеп шатланһын өсөн, ул беҙгә изге рух, үҙенең Һүҙен һәм мул рухи аҙыҡ биргән. (Асылыш 22:17 менән сағыштырығыҙ.) Ә рухи ожмахта йәшәмәгәндәр тураһында нимә әйтеп була? Алланы белмәгәнгә, улар хурлыҡта йәшәй һәм аслыҡтан интегә (Амус 8:11). Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә рухи ризыҡты мул итеп бирә (Йәил 2:21—24). Ә бөгөн Йәһүә ниндәй ашамлыҡтар тәҡдим итә? Беҙҙең Изге Яҙма, баҫмалар, сайт, шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙары һәм конгрестар бар. Беҙ көн һайын туйғансы ашай алабыҙ. Шуға күрә беҙ туҡ һәм һау-сәләмәт. w24.04 21 б., 5, 6 абз.
Шишәмбе, 23 июнь
Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы... булһын (Кол. 4:6).
Әйтәйек, һин кемгәлер яҡыныраҡ танышырға тәҡдим итергә теләйһең, ти. Һин уның менән кешеләр булған ерҙә осраша алаһың, йәиһә шылтырата алаһың. Уға үҙ ниәттәреңде асыҡ итеп һөйлә (1 Кәр. 14:9). Әгәр ул һиңә шунда уҡ яуап бирмәһә, уйларға ваҡыт бир (Ғиб. һүҙ. 15:28). Ә инде ул һинең менән осрашырға теләмәһә, уның ҡарарын хөрмәт ит. Кемдер һиңә яҡыныраҡ танышырға тәҡдим итһә, нимә эшләргә? Ул кешегә һиңә был хаҡта әйтер өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк булғандыр, шуға күрә уға яуап биргәндә үҙеңде игелекле һәм ихтирамлы тот. Әгәр һиңә уйларға ваҡыт кәрәк булһа, был хаҡта әйт. Ләкин яуапты оҙаҡҡа һуҙма (Ғиб. һүҙ. 13:12). Һин уның менән мөнәсәбәттәр үҫтерергә теләмәһәң, был хаҡта асыҡ, ләкин әҙәпле итеп яуап бир. Әгәр һин кем менәндер яҡыныраҡ танышырға ризалашһаң, осрашып йөрөгән ваҡытҡа ҡағылышлы һорауҙарҙы хәл итергә кәрәк. Һәр берегеҙ осрашып йөрөүҙе үҙенсә күҙ алдына килтереүе бар бит. w24.05 23—24 бб., 12, 13 абз.
Шаршамбы, 24 июнь
Мин Күк ғәскәрҙәре Раббыһының, һин хурлаған Исраил ғәскәре Аллаһының, исеме менән киләм (1 Шам. 17:45).
Дауыт ағаларын күреп ҡайтыр өсөн һуғыш барған урынға килгән. Ул ваҡытта уға әле 20 йәш тә булмаған. Ул һуғышсыларҙың «Израиль ғәскәрен хурлыҡҡа ҡалдырырға» сыҡҡан Ғәлиәфтән ҡурҡҡандарын күргән (1 Шам. 17:10, 11). Улар әзмәүерҙең ҙур булыуы тураһында һәм уның мыҫҡыллау һүҙҙәре тураһында уйлаған, шуға ҡурҡҡан (1 Шам. 17:24, 25). Дауыт иһә иғтибарын башҡа нәмәгә туплаған. Ул Ғәлиәфтең Израиль һуғышсыларын ғына түгел, ә «тере Алланың ғәскәрен» мыҫҡыллағанын аңлаған (1 Шам. 17:26). Дауыт Йәһүә тураһында уйлаған. Уға бала саҡта уҡ ярҙам иткән Алланың был осраҡта ла уны ҡалдырмаясағына бер ҙә шикләнмәгән. Йәһүәнең ярҙамына ышанып, Дауыт Ғәлиәфкә ҡаршы сыҡҡан һәм, белеүебеҙсә, еңеү яулаған! (1 Шам. 17:45—51). w24.06 21 б., 7 абз.
Кесаҙна, 25 июнь
Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын (Ишағ. 41:10).
Йәһүәне белмәһәк, тормошобоҙҙоң ниндәй булыуы тураһында уйланыу уға тоғро булырға һәм унан бер ҡасан да йыраҡлашмаҫҡа ярҙам итер. Шул саҡта беҙ ҙә, мәҙхиә йырлаусы кеүек: «Аллаға яҡынлашыу — минең өсөн фатиха», — тип әйтә алырбыҙ (Зәб. 72:28). Был һуңғы көндәрҙә беҙҙе тағы ниндәй ауырлыҡтар көткәнен белмәйбеҙ. Ләкин «ысын Аллаға» хеҙмәт итһәк, беҙ уларҙы еңә алырбыҙ (1 Тис. 1:9). Ул үҙенең хеҙмәтселәрен ярата һәм һәр ваҡытта ла ярҙамға килергә әҙер. Боронғо ваҡытта ла шулай булған, һәм бөгөн дә ул бер ҙә үҙгәрмәгән. Оҙаҡламай бер ҡасан да булмаған бөйөк афәт етәсәк. Ләкин беҙ яңғыҙ булмаҫбыҙ. Яныбыҙҙа Йәһүә булыр. Шуға күрә беҙ ышаныс менән: «Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын», — тип әйтә алабыҙ! (Евр. 13:5, 6). w24.06 25 б., 17, 18 абз.
Йома, 26 июнь
Һеҙ яңынан тәҡүә кешене залимдан... айыра башларһығыҙ (Мал. 3:18).
Изге Язмала 40-тан ашыу Израиль батшалары тураһында яҙылған. Яҡшы батшалар ҡайһы саҡта насар эш иткән. Дауыт батшаның миҫалына иғтибар итәйек. Йәһүә уның тураһында: «Хеҙмәтсем Дауыт... минең күҙемдә дөрөҫ булғанды ғына эшләп, бөтөн йөрәге менән миңә эйәрҙе», — тигән (1 Бат. 14:8). Шулай ҙа Дауыт кейәүҙә булған ҡатын менән яҡынлыҡ ҡылған һәм уның ирен үлтерергә бойороҡ биргән (2 Шам. 11:4, 14, 15). Шул уҡ ваҡытта күп кенә тоғро булмаған батшалар ҡайһы саҡта яҡшы эштәр ҡылған. Ровоамдың миҫалына иғтибар итәйек. Алла ҡарашында ул «яман булғанды» ҡылған (2 Йыл. 12:14). Ләкин Израилдең 10 ҡәбиләһе айырылырға һәм яңы батша һайларға ҡарар иткәс, Ровоам Йәһүәнең кәңәшенә ҡолаҡ һалып, улар менән һуғышырға бармаған. Өҫтәүенә, ул Йәһүҙиәнең ҡалаларын нығытҡан, һәм бының ярҙамында унда йәшәүселәр үҙҙәрен хәүефһеҙлектә тойған (1 Бат. 12:21—24; 2 Йыл. 11:5—12). Йәһүә нимәгә ҡарап уларҙың ҡайһы берҙәрен тоғро тип, ә икенселәрен тоғро түгел тип һанаған? Йәһүә Израиль батшаларына баһа биргәндә уларҙың йөрәк торошон, тәүбә итеүен һәм хаҡ ғибәҙәткә ҡарашын иҫәпкә алған. w24.07 20 б., 1—3 абз.
Шәмбе, 27 июнь
Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп, уларҙы тәрбиәле итеп үҫтерегеҙ (Эфес. 6:4).
Әгәр 18 йәше етмәгән мәсихсе етди гонаһ ҡылһа, ниндәй саралар ҡарала? Аҡһаҡалдар кәңәшмәһе ике аҡһаҡалдың уның менән һәм хәҡиҡәттә булған ата-әсәһе менән осрашыу ойоштора. Аҡһаҡалдар ата-әсәһенең балаһына тәүбәгә килергә ярҙам итер өсөн ниндәй аҙымдар яһағанын асыҡлай. Әгәр балиғ булмаған гонаһ ҡылыусы ата-әсәһен тыңлаһа һәм тәртибен үҙгәртһә, аҡһаҡалдар, бәлки, комитет ойоштормаҫҡа ҡарар итер. Алла бит үҙе атай-әсәйгә балаларын яратыу менән тәрбиәләргә ҡушҡан (Ҡан. 6:6, 7; Ғиб. һүҙ. 6:20; 22:6; Эфес. 6:2—4). Аҡһаҡалдар артабан да йәш мәсихсенең ата-әсәһенән уның рухи уңыштары тураһында һорашып торор. Ләкин балиғ булмаған гонаһ ҡылыусы тәүбә итергә теләмәһә һәм гонаһ ҡылыуын дауам итһә, нимә эшләргә? Ул саҡта аҡһаҡалдар комитеты уның менән һәм уның ата-әсәһе менән осрашырға ҡарар итер. w24.08 24 б., 18 абз.
Йәкшәмбе, 28 июнь
Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк (Илс. 20:35).
Беҙгә бүләк алыу оҡшай. Шулай ҙа башҡаларға нимәлер биргәндә беҙ бәхетлерәк. Йәһүә беҙҙе булдырғанда, бәхет асҡысын үҙ ҡулыбыҙға биргән. Күберәк шатлыҡ тойор өсөн, беҙгә башҡалар өсөн изгелек эшләргә генә кәрәк. Әлдә Йәһүә беҙҙе шулай итеп барлыҡҡа килтергән! (Зәб. 138:14). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, башҡалар хаҡында ҡайғыртыу бәхет килтерә. Бына ни өсөн Йәһүә «мөбәрәк Алла» тип атала (1 Тим. 1:11). Ул — иң йомарт һәм иң беренсе булып бүләк биреүсе. Илсе Пауыл: «Беҙ Уның мәрхәмәте арҡаһында йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ», — тип яҙған (Илс. 17:28). Эйе, «һәр игелекле һәм камил бүләк... [Атанан] килә» (Яҡ. 1:17). Башҡалар хаҡында ҡайғыртыу һеҙгә тағы ла күберәк шатлыҡ килтереүен теләр инегеҙме? Улай булһа, йомарт Йәһүә Аллабыҙҙан өлгө алығыҙ (Эфес. 5:1). w24.09 26 б., 1—4 абз.
Дүшәмбе, 29 июнь
Нимәгә генә өлгәшһәк тә, әйҙәгеҙ артабан да шул уҡ юл менән барайыҡ (Флп. 3:16).
Ҡайһы бер хеҙмәт ярҙамсылары, бер ҡасан да аҡһаҡал була алмам, тип уйлай. Беҙ ҡарап сыҡҡан талаптар улар өсөн үтәй алмаҫлыҡ булып күренә. Ләкин шуны онотма: Йәһүә лә, уның ойошмаһы ла, һинең был талаптарҙы камил рәүештә үтәүеңде көтмәй (1 Пет. 2:21). Бынан тыш, Йәһүә һине бер ҡасан да яңғыҙ ҡалдырмаҫ. Ул һиңә ярҙам итер һәм изге рухын биреп торор (Флп. 2:13). Һин ҡайһы яҡтан яҡшырырға теләр инең? Был хаҡта доға ҡылып уйлан, баҫмаларыбыҙҙан был темаға ҡағылышлы мәғлүмәт эҙлә һәм нимәне яҡшыртып булғаны хаҡында аҡһаҡалдар менән кәңәшләш. Имандаштарыңа күберәк хеҙмәт итергә маҡсат ҡуй. Ҡәрҙәштәргә тағы ла яҡшыраҡ ярҙам итер өсөн Йәһүәнән үҙеңде өйрәтеүен һәм үҙгәртеүен һора (Ишағ. 64:8). Бер ҙә шикләнмә: Йәһүә аҡһаҡал булып хеҙмәт итеү теләгеңде фатихалаясаҡ! w24.11 24—25 бб., 17, 18 абз.
Шишәмбе, 30 июнь
Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ (Евр. 6:10).
Бер кем дә: «Мин Йәһүәгә инде күп йылдар хеҙмәт итәм, шуға уның кисереүенә лайыҡмын», — тип уйларға тейеш түгел. Әлбиттә, Йәһүә уның өсөн башҡарған бөтә эштәребеҙҙе бик ҡәҙерләй. Әммә йолом хеҙмәтебеҙ өсөн түләү түгел, ә Алланың йомарт бүләге. Әгәр беҙ, мин хеҙмәтем менән Алланың мәрхәмәтен ҡаҙандым, тиһәк, асылда беҙ, йолом миңә кәрәк түгел һәм Мәсих бушҡа үлгән, тип әйтәбеҙ. (Ғалаттарға 2:21 менән сағыштырығыҙ.) Илсе Пауыл бер ниндәй эштәр менән дә Йәһүәнең кисереүенә лайыҡ була алмағанын белгән. Улай булғас, ни өсөн ул хеҙмәткә шул тиклем күп көс бағышлаған? Ул быны Йәһүәнең кисереүенә лайыҡ булыуын күрһәтер өсөн түгел, ә уға бик рәхмәтле булыуын күрһәтер өсөн эшләгән (Эфес. 3:7). Беҙ ҙә Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт итәбеҙ. Беҙ быны унан нимәлер алырға теләгәнгә түгел, ә уның шәфҡәтлегенә рәхмәтле булғанға эшләйбеҙ. w25.01 27 б., 5, 6 абз.