Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • es26
  • Май

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Май
  • Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2026
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Йома, 1 май
  • Шәмбе, 2 май
  • Йәкшәмбе, 3 май
  • Дүшәмбе, 4 май
  • Шишәмбе, 5 май
  • Шаршамбы, 6 май
  • Кесаҙна, 7 май
  • Йома, 8 май
  • Шәмбе, 9 май
  • Йәкшәмбе, 10 май
  • Дүшәмбе, 11 май
  • Шишәмбе, 12 май
  • Шаршамбы, 13 май
  • Кесаҙна, 14 май
  • Йома, 15 май
  • Шәмбе, 16 май
  • Йәкшәмбе, 17 май
  • Дүшәмбе, 18 май
  • Шишәмбе, 19 май
  • Шаршамбы, 20 май
  • Кесаҙна, 21 май
  • Йома, 22 май
  • Шәмбе, 23 май
  • Йәкшәмбе, 24 май
  • Дүшәмбе, 25 май
  • Шишәмбе, 26 май
  • Шаршамбы, 27 май
  • Кесаҙна, 28 май
  • Йома, 29 май
  • Шәмбе, 30 май
  • Йәкшәмбе, 31 май
Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2026
es26

Май

Йома, 1 май

Алла алдында барыһы ла бер тигеҙ (Рим. 2:11).

Йәһүә израилдәрҙе Мысыр ҡоллоғонан ҡотҡарғас, уларға изге сатыр төҙөргә ҡушҡан һәм унда руханиҙарҙы һәм левиттарҙы хеҙмәт итергә билдәләгән. Йәһүә изге сатырҙа эшләгәндәр хаҡында йә изге сатырға яҡын йәшәгән кешеләр тураһында башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡайғыртҡан тип әйтеп буламы? Юҡ! Йәһүә бөтәһенә лә бер тигеҙ ҡарай. Һәр Израиль кешеһе Йәһүәнең дуҫы була алған. Мәҫәлән, Алла бөтә халыҡтың изге сатыр өҫтөндә торған болот һәм ут бағанаһын күрә алыуы хаҡында ҡайғыртҡан (Сығ. 40:38). Икенсе урынға күсергә кәрәк икәнен күрһәтер өсөн болот күтәрелгәндә, быны хатта лагерҙың иң ситендә йәшәгәндәр ҙә күрә алған. Был уларға әйберҙәрен йыйып өлгөрөргә һәм башҡаларҙан артта ҡалмаҫҡа мөмкинлек биргән (Һан. 9:15—23). Шуның кеүек бөгөн дә: ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, беҙ ҡайғыртыусан Аллабыҙҙың беҙгә йүнәлеш биреүенә һәм беҙҙе яҡлап тороуына ышана алабыҙ. w24.06 4 б., 10—12 абз.

Шәмбе, 2 май

Ҡуҙғалығыҙ, ҡасырға кәрәк, юғиһә Авшаломдан һис кем ҡотола алмаҫ (2 Шам. 15:14).

Бер ваҡыт Әбессәләм, атаһы Дауытты үлтерергә һәм уның урынына тәхеткә ултырырға теләп, хәйлә ҡорған (2 Шам. 15:12, 13). Дауытҡа кисекмәҫтән Иерусалимдан китергә тура килгән. Дуҫтары менән ҡаланан киткәндә Дауыт, Әбессәләмдең пландары тураһында белеп торор өсөн, Иерусалимда ышаныслы кешеләрҙе ҡалдырған. Был йөкләмәне Дауыт Садиҡҡа һәм башҡа руханиҙарға тапшырған (2 Шам. 15:27—29). Уларға бик һаҡ булырға кәрәк булған. Дауыт план ҡорған һәм үҙенең тоғро дуҫтары Садиҡ менән Хушайҙан ярҙам һораған (2 Шам. 15:32—37). Был план буйынса, Хушай Әбессәләмдең ышанысын яуларға һәм уға кәңәш бирергә тейеш булған. Был Дауытҡа һөжүмгә әҙерләнергә ваҡыт биргән. Шунан Хушай Садиҡҡа һәм Авиафарға Әбессәләмгә нимә кәңәш иткәне тураһында һөйләгән (2 Шам. 17:8—16). Ә улар инде ишеткәндәрен Дауытҡа еткергән (2 Шам. 17:17). Шулай итеп Йәһүәнең ярҙамы менән Садиҡ һәм башҡа руханиҙар Дауыттың ғүмерен ҡотҡарып ҡала алған (2 Шам. 17:21, 22). w24.07 5 б., 9, 10 абз.

Йәкшәмбе, 3 май

Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ, — ти Раббы (Ишағ. 1:18).

Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәре элек йә хатта һыуға сумдырылғандан һуң ҡылған гонаһтары арҡаһында ғазаплана. Ләкин Йәһүә беҙҙе бик ныҡ ярата — ул беҙҙең өсөн хатта йолом түләгән. Ул был бүләкте ҡабул итеүебеҙҙе теләй. Йәһүә беҙҙе: «Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ», — тип саҡыра. Эйе, уның менән мөнәсәбәттәребеҙҙе яйға һалһаҡ, ул элек ҡылған гонаһтарыбыҙҙы бер ҡасан да иҫенә төшөрмәйәсәк. Ул уларҙы онота, ә уның өсөн эшләгән бөтә яҡшы эштәребеҙҙе иҫендә тота. Беҙ Йәһүәгә бының өсөн бик рәхмәтле (Зәб. 102:9, 12; Евр. 6:10). Әгәр һеҙ үткәндә ҡылған хаталарығыҙ арҡаһында үкенһәгеҙ, иғтибарығыҙҙы уларға түгел, ә бөгөнгө һәм киләсәктә буласаҡ нәмәләргә туплағыҙ. Һеҙ үткәндәрҙе үҙгәртә алмайһығыҙ, ләкин хәҙерге шарттарҙа Йәһүәне һөйөндөрөп һәм данлап, ул вәғәҙә иткән киләсәккә өмөтләнә алаһығыҙ. w24.10 8 б., 8, 9 абз.

Дүшәмбе, 4 май

Яңы кеше булып [кейенегеҙ] (Кол. 3:10).

Изге Яҙманы уҡығанда бик күп нәмәне үҙгәртергә кәрәк икәнен аңлағас, һеҙҙең төшөнкөлөккә бирелеүегеҙ бар. Әйтәйек, һеҙ бөгөн Изге Яҙманы уҡығанда һәр кемгә лә бер тигеҙ ҡарарға кәрәк икәне тураһында белдегеҙ һәм шулай эш итергә ҡарар иттегеҙ, ти (Яҡ. 2:1—8). Иртәгә һеҙ телегеҙгә хужа булырға кәрәклеге тураһында уҡыйһығыҙ һәм һүҙҙәрегеҙҙең ҡай саҡ игелекле һәм рухландырғыс түгел икәнен күрәһегеҙ (Яҡ. 3:1—12). Быны ла үҙгәртергә булаһығыҙ. Ә иртәнән һуң донъя менән дуҫлашыуҙан киҫәткән аяттарҙы уҡыйһығыҙ һәм күңел асыуҙарҙы дөрөҫ һайларға кәрәк икәнен аңлайһығыҙ (Яҡ. 4:4—12). Ә инде дүртенсе көнгә һеҙ бик күп нәмәне үҙгәртергә кәрәк икәнен күреп, бойоғоп китеүегеҙ бар. Әммә бойоҡмағыҙ. Иҫтә тотоғоҙ: «яңы кеше булып» кейенер өсөн ваҡыт һәм тырышлыҡ кәрәк. w24.09 5—6 бб., 11, 12 абз.

Шишәмбе, 5 май

Йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хужағыҙ итеп ололағыҙ. Өмөтөгөҙҙөң нимәгә нигеҙләнгәнен аңлатыуығыҙҙы талап иткән һәр кеше алдында уны яҡларға һәр ваҡыт әҙер булығыҙ, ләкин быны йомшаҡ итеп, тәрән хөрмәт менән эшләгеҙ (1 Пет. 3:15).

Йәһүә Улының ниндәй һынауҙар аша үткәнен күргән. Ғайса быны яҡшы белгән. Ул Йәһүәнең үҙ ваҡытында барыһын төҙәтәсәгенә бер ҙә шикләнмәгән. Кешеләр беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткәндә, беҙ Ғайсанан нисек үрнәк ала алабыҙ? Үҙебеҙҙең нимә һөйләүебеҙҙе күҙәтергә кәрәк. Әгәр аңлашылмаусанлыҡ бик етди булмаһа, уға иғтибар бирмәҫкә лә була. Йә һүҙҙәрегеҙ менән хәлде тағы ла насарыраҡ итмәҫ өсөн өндәшмәй ҡалыу яҡшыраҡ булыр (Вәғ. 3:7; Яҡ. 1:19, 20). Ә ҡайһы саҡта, киреһенсә, кемделер яҡлар өсөн йә хәҡиҡәт яҡлы булыуыбыҙҙы күрһәтер өсөн нимәлер әйтергә кәрәк (Илс. 6:1, 2). Шулай ҙа үҙебеҙҙе тыныс һәм ихтирамлы тотоу мөһим. Ғайсанан өлгө алып, беҙ үҙебеҙҙе «ғәҙел Хөкөм итеүсегә» тапшырабыҙ (1 Пет. 2:23). w24.11 5—6 бб., 10—12 абз.

Шаршамбы, 6 май

Алла фәрештәләре лә тәүбә иткән бер гонаһ ҡылыусы өсөн шулай уҡ шатлана (Лука 15:10).

Гонаһ ҡылған кеше тәүбәгә килһә, был бөтәһенә лә шатлыҡ килтерә! (Лука 15:7). Бының өсөн кем маҡтауға лайыҡ? Аҡһаҡалдармы? Илсе Пауылдың гонаһ ҡылыусылар тураһында нимә яҙғанына иғтибар итәйек. Ул: «Алла тарафынан, бәлки, уларға... тәүбә бирелер», — тигән (2 Тим. 2:25). Шулай итеп, мәсихсегә фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртергә һәм тәүбәгә килергә кеше түгел, ә Йәһүә ярҙам итә. Артабан Пауыл тәүбә итеүҙең яҡшы емештәрен телгә ала: тәүбә итеү гонаһ ҡылған кешегә хәҡиҡәтте яҡшыраҡ аңларға, фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртергә һәм Шайтандың тоҙаҡтарынан ҡотолорға ярҙам итә (2 Тим. 2:26). Гонаһ ҡылған кеше тәүбәгә килгәс, комитеттағы аҡһаҡалдар уға рухи ярҙам күрһәтелеүе хаҡында ҡайғыртыр. Был уға Шайтандың тоҙаҡтарына ҡаршы торорға һәм дөрөҫ эш итергә ярҙам итер (Евр. 12:12, 13). w24.08 23 б., 14, 15 абз.

Кесаҙна, 7 май

Һеҙ мине мөғжизәләр күргәнгә түгел, ә туйғансы икмәк ашағанға эҙләйһегеҙ (Яхъя 6:26).

Кешеләр тик үҙҙәренең ихтыяждары хаҡында ғына ҡайғыртҡан. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Киләһе көндө улар Ғайсаны ла, шәкерттәрен дә тапмағас, Тивериаданан килгән бер нисә кәмәгә ултырып, уны эҙләп Капирнаумға киткән (Яхъя 6:22—24). Бәлки, улар Батшалыҡ тураһында күберәк белергә теләгәндер? Юҡ. Улар Ғайсаның тағы ла икмәк биреүен теләгән. Ни өсөн ундай һығымтаға килеп була? Кешеләр Ғайсаны Капирнаум янында тапҡас, артабан нимә булғанына иғтибар итегеҙ. Ғайса ризыҡ эҙләп килгән кешеләргә: «Һеҙ Мине... туйғансы икмәк ашаған өсөн эҙләйһегеҙ!» — тип әйткән. «Фани ризыҡ» алыр өсөн улар күп көс һалған. Уларға иһә «мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табыр» өсөн тырышырға кәрәк булған (Яхъя 6:26, 27). Ғайса уларға Атаһының шундай ризыҡ бирә аласағы тураһында әйткән. w24.12 5 б., 8, 9 абз.

Йома, 8 май

Аҡыллының йөрәге теленә зирәклек бирер, әйткәндәрен ышаныслы итер (Ғиб. һүҙ. 16:23).

Башҡаларҙы өйрәткәндә аҡһаҡал «Алланың хаҡ һүҙенән һис тайпылмаҫҡа тейеш». Шуға сәхнәнән сығыш яһағанда йә берәйһенә кәңәш биргәндә, һинең һүҙҙәрең Изге Яҙмаға нигеҙләнгән булырға тейеш икәнен онотма. Изге Яҙманы һәм баҫмаларыбыҙҙы тырышып өйрән (Ғиб. һүҙ. 15:28). Өйрәнеү ваҡытында Изге Яҙмалағы аяттарҙың нисек аңлатылғанына иғтибар ит, шул саҡта һин уларҙы дөрөҫ ҡуллана алырһың. Башҡаларҙы өйрәткәндә уларҙың йөрәктәренә үтеп инерлек итеп һөйләргә тырыш. Оҫта уҡытыусы булырға теләһәң, тәжрибәле аҡһаҡалдарҙан нимәне үҙгәртергә кәрәк икәнен һора һәм уларҙың кәңәштәрен үтә (1 Тим. 5:17). Аҡһаҡалдар «башҡаларҙы дәртләндерә». Әммә уларға ҡайһы саҡта имандаштарына кәңәштәр бирергә лә, уларҙы хатта «фаш» итергә лә тура килә. Нисек кенә булмаһын, быны игелекле итеп эшләргә кәрәк. Әгәр һин үҙеңде башҡалар менән ипле тотһаң һәм кәңәштәрҙе Изге Яҙмаға нигеҙләнеп бирһәң, тимәк, Бөйөк Остаз Ғайса Мәсихтән өлгө алаһың (Матф. 11:28—30; 2 Тим. 2:24). w24.11 24 б., 16 абз.

Шәмбе, 9 май

Шөһрәтен ҡәүемдәргә иғлан итегеҙ (Зәб. 95:3).

Башҡаларға Йәһүә тураһында һөйләп, беҙ уны данлайбыҙ. Изге Яҙма беҙҙе Алланы данларға өндәй. Унда «йырлағыҙ Раббыға», «исемен данлағыҙ», «беҙҙе нисек ҡотҡарғанын көн һайын һөйләгеҙ», «шөһрәтен ҡәүемдәргә иғлан итегеҙ» тип яҙылған (Зәб. 95:1—3). Эйе, беҙ Йәһүәне төрлөсә данлай алабыҙ (Илс. 4:29). Шулай уҡ иғәнәләр биреп тә беҙ Йәһүәне данлайбыҙ. Боронғо ваҡыттан алып Алланың хеҙмәтселәре үҙҙәрендә булғандары менән Йәһүәнең исемен данлаған (Ғиб. һүҙ. 3:9). Мәҫәлән, Исраил халҡы ғибәҙәтхананы төҙөү һәм хеҙмәтләндереү өсөн күп иғәнәләр биргән (2 Бат. 12:4, 5; 1 Йыл. 29:3—9). Мәсихтең ҡайһы бер шәкерттәре уға һәм илселәргә ярҙам итер өсөн «үҙҙәрендә булған нәмәләрҙе» ҡулланған (Лука 8:1—3). Шулай уҡ беренсе быуаттағы мәсихселәр мохтажлыҡта булған ҡәрҙәштәренә ярҙам иткән (Илс. 11:27—29). Беҙ ҙә бөгөн иғәнәләр биреп Йәһүәне данлай алабыҙ. w25.01 4 б., 8 абз.; 5 б., 11 абз.

Йәкшәмбе, 10 май

Кешеләрҙе һыуға сумдырылыуҙан кем тыя ала? (Илс. 10:47).

Кәрнилигә һыуға сумдырылырға нимә ярҙам иткән? Изге Яҙмала: «Кәрнили үҙенең бөтә ғаиләһе менән Аллаға табына ине», — тип яҙылған. Ул һәр ваҡыт Аллаға доға ҡылған (Илс. 10:2). Петерҙән һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткәс, Кәрнили үҙе, уның туғандары һәм яҡын дуҫтары Мәсихкә ышанған һәм шунда уҡ һыуға сумдырылған (Илс. 10:47, 48). Күреүебеҙсә, туғандары менән бергә Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн, ул үҙ тормошон тулыһынса үҙгәртергә әҙер булған (Еш. 24:15; Илс. 10:24, 33). Кәрнили йәмғиәттә ҙур дәрәжәгә эйә булған. Әммә ул быға һыуға сумдырылырға ҡамасауларға юл ҡуймаған. Мәсихсе булып китер өсөн, бәлки, һеҙгә лә үҙ тормошоғоҙҙо тулыһынса үҙгәртергә кәрәктер. Онотмағыҙ: Йәһүә һеҙҙең Ярҙамсығыҙ булыр. Әгәр һеҙ Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәргә ҡарар итһәгеҙ, Алла, һис шикһеҙ, һеҙҙе фатихалаясаҡ. w25.03 5 б., 12, 13 абз.

Дүшәмбе, 11 май

Уйҙырма хәбәрҙәр[ҙән] ары йөрө (1 Тим. 4:7).

Йәһүә ойошмаһына һәм яуаплы ҡәрҙәштәргә ҡаршы ғәйепләүҙәр ишетһәгеҙ, дошмандарҙың беренсе быуатта Ғайсаның шәкерттәре менән нисек эш иткәндәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Бөгөн Йәһүәнең хеҙмәтселәрен эҙәрләйҙәр һәм мыҫҡыллайҙар. Ләкин был беҙҙе ғәжәпләндермәй, сөнки Изге Яҙмала шулай булыр тип алдан әйтелгән булған (Матф. 5:11, 12). Әгәр ялғандың ҡайҙан килгәнен аңлаһаҡ һәм шунда уҡ үҙебеҙҙе яҡлар өсөн саралар күрһәк, беҙ алданмаҫбыҙ. Ниндәй саралар тураһында һүҙ бара? Дөрөҫ булмаған хәбәрҙәрҙе кире ҡағығыҙ. Илсе Павел, ялған хәбәрҙәрҙе ишеткәндә нимә эшләргә кәрәклеге тураһында аныҡ күрһәтмәләр биргән. Ул Тимофейҙы «Алланы һанға һуҡмаған... уйҙырма хәбәрҙәрҙән» ары йөрөргә өндәгән һәм башҡаларға ла шундай бойороҡ биргән (1 Тим. 1:3, 4). Беҙ ялған артында кем торғанын аңлайбыҙ, шуға уны кире ҡағабыҙ. Беҙ «хаҡ тәғлимәтте өлгө итеп» тотабыҙ (2 Тим. 1:13). w24.04 11 б., 16 абз.; 13 б., 17 абз.

Шишәмбе, 12 май

Ундай кешеләр... ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай (Рим. 16:18).

Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре менән берҙәм булығыҙ. Йәһүә бөтә хеҙмәтселәренең уға берҙәм ғибәҙәт ҡылыуҙарын теләй. Хәҡиҡәткә ныҡ тотонғанда ғына был мөмкин. Әгәр берәйһе хәҡиҡәткә ҡаршы булған идеялар таратһа, был йыйылышта бүленештәр тыуҙыра. Шуға Алла: «Ундайҙарҙан ситләшегеҙ», — ти. Юғиһә, беҙҙең хәҡиҡәттән тайпылыуыбыҙ ихтимал (Рим. 16:17). Хәҡиҡәтте ялғандан айыра белһәк һәм уға ныҡ тотонһаҡ, беҙ рухи яҡтан көслө булып ҡалырбыҙ (Эфес. 4:15, 16). Был беҙҙе Шайтандың ялған тәғлимәттәренән һәм уның пропагандаһынан яҡлар. Шулай уҡ бөйөк афәт килгәндә беҙ Йәһүәнең ярҙам итеүенә тулыһынса ышана алырбыҙ. Хәҡиҡәткә ныҡ тотоноғоҙ һәм «именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр»! (Флп. 4:8, 9). w24.07 13 б., 16, 17 абз.

Шаршамбы, 13 май

Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтер[ҙе] (Евр. 10:12).

Ғайса үҙ гонаһтары арҡаһында интеккән кешеләргә айырыуса иғтибар иткән һәм уларҙы үҙенең артынан эйәрергә саҡырған. Ул бөтә ауырлыҡтарҙың сәбәбе гонаһта икәнен белгән. Шуға күрә ул гонаһ ҡылып йөрөгән ирҙәргә һәм ҡатындарға ярҙам итергә теләгән. Ғайса: «Табип һау кешеләргә түгел, ауырыуҙарға кәрәк», — тигән. Артабан ул: «Мин тәҡүәләрҙе түгел, гонаһ ҡылыусыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем», — тип өҫтәгән (Матф. 9:12, 13). Ғайса быға өйрәтеп кенә ҡалмаған, үҙе лә шулай эшләгән. Бер ваҡыт ул күҙ йәштәре менән уның аяғын йыуған ҡатынды йыуатҡан һәм уның гонаһтарын кисергән (Лука 7:37—50). Шулай уҡ ҡоҙоҡ янында Самария ҡатынына, уның әхлаҡһыҙ тормош алып барғанын белһә лә, мөһим хәҡиҡәттәрҙе һөйләгән (Яхъя 4:7, 17—19, 25, 26). Алла Ғайсаға гонаһтың һөҙөмтәһен — үлемде — юҡ итергә көс биргән. Ғайса был көстө нисек ҡулланған? Ул ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы, ололарҙы һәм балаларҙы терелткән (Матф. 11:5). w24.08 4 б., 9, 10 абз.

Кесаҙна, 14 май

Ул донъяны Үҙенең хаҡлығына, халыҡтарҙы тоғролоғона таянып хөкөм итер (Зәб. 95:13).

Йәһүә яҡын киләсәктә үҙ исемен нисек данлар? Ул сығарасаҡ хөкөм ҡарарҙары ғәҙел булыр. Оҙаҡламай ул үҙенең исемен мәсхәрәләгәне өсөн бөтә ялған диндәрҙе — Бөйөк Вавилонды юҡ итәсәк (Асыл. 17:5, 16; 19:1, 2). Быны күреп, ҡайһы бер кешеләр, моғайын, Йәһүәгә табыныр өсөн беҙгә ҡушылыр. Шунан һуң Йәһүә Армагеддонда Шайтан донъяһын тар-мар итер. Алланы нәфрәт иткән һәм уның исемен мыҫҡыллаған кешеләрҙең эҙе лә ҡалмаясаҡ. Ә Йәһүәне яратҡан, уны тыңлаған һәм уның исемен шатланып данлаған кешеләр ҡотоласаҡ (Марк 8:38; 2 Тис. 1:6—10). Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы тамамланғас һәм кешеләр һуңғы һынау аша үткәс, Алланың исеме тулыһынса изгеләндереләсәк (Асыл. 20:7—10). Шул саҡта «һыу диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, ер йөҙө Раббы шөһрәтен танып-белеү менән тулыр» (Аб. 2:14). Беҙ бөтә аҡыллы заттарҙың Йәһүәнең данға лайыҡ исемен маҡтаған ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. w25.01 7 б., 15, 16 абз.

Йома, 15 май

Һынауҙарығыҙҙы тәрбиәләнеү кеүек үткәрегеҙ (Евр. 12:7).

Йәһүҙиәләге мәсихселәргә ҡаршылыҡтарға сыҙам булырға нимә ярҙам итә алған? Дөрөҫ ҡараш. Илсе Пауылдың аңлатыуынса, Алла, мәсихсене нимәгәлер өйрәтер өсөн, һынауҙарға юл ҡуйырға мөмкин. Кеше ауыр шарттарҙа Йәһүә хуп күргән сифаттарҙы үҫтерә йә уларҙы яҡшырта ала. Мәсихселәр һынауҙарҙың нимәгә килтерә алғанын аңлаһа, уларға сыҙам ҡалыу еңелерәк булыр ине (Евр. 12:11). Пауыл имандаштарын һынауҙарҙы сыҙамлыҡ менән үтәргә өндәгән. Ул уларҙың хәлен бик яҡшы аңлаған. Ҡасандыр ул мәсихселәрҙе эҙәрләгән, ә һуңынан мәсихсе булып киткәс, үҙе лә эҙәрләүҙәргә һәм етди һынауҙарға дусар булған (2 Кәр. 11:23—25). w24.09 12 б., 16, 17 абз.

Шәмбе, 16 май

Уяу булығыҙ (Матф. 25:13).

Вәғәз эшенең мөһимлеге көндән-көн арта бара. Ни өсөн? Сөнки ахыр бик яҡын. Ғайсаның һуңғы көндәрҙә башҡарыласаҡ вәғәз эше тураһында нимә әйткәненә иғтибар итәйек (Марк 13:10). Матфай Ғайсаның һүҙҙәрен былай тип еткергән: «Батшалыҡ хаҡындағы был һөйөнөслө хәбәр бөтә ер йөҙө буйлап вәғәзләнер, шунан һуң был замандың ахыры килер» (Матф. 24:14). Бында Шайтан донъяһының ахыры тураһында һүҙ бара. Йәһүә киләсәк ваҡиғаларҙың «көнөн дә, сәғәтен дә» инде билдәләгән (Матф. 24:36; Илс. 1:7). Һәр үткән көн беҙҙе был бәхетле ваҡиғаға яҡынайта (Рим. 13:11). Әлегә иһә беҙгә вәғәзләүебеҙҙе дауам итергә кәрәк. «Беҙҙе вәғәзләргә нимә этәрә?» — тигән һорау өҫтөндә уйланайыҡ. Бер һүҙ менән генә әйткәндә — мөхәббәт. Вәғәзләгәндә беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе, кешеләрҙе, ә иң мөһиме, Йәһүәне һәм уның исемен яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. w24.05 14—15 бб., 2, 3 абз.

Йәкшәмбе, 17 май

Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны — ул бик яҡшы ине (Баш. 1:31).

Атай-әсәйҙәр, балағыҙҙың иғтибарын Алланың ижади эштәренә йүнәлтегеҙ. Паркта ял иткәндә йә баҡсала эшләгәндә, балағыҙға тәбиғәттә матур биҙәктәр булыуын күрергә ярҙам итегеҙ. Әгәр ундай биҙәктәр бар икән, тимәк, уларҙы кемдер уйлап сығарған. Ундай биҙәктәрҙе, мәҫәлән спираль структураларҙы, ғалимдар инде күп йылдар өйрәнә. Биофизик Нико́ла Фаме́ли былай тип аңлата: «Спиралдәрҙе һанаһаҡ, беҙ билдәле бер тәртип күрәбеҙ. Уларҙың һаны осраҡлы түгел, ә Фибона́ччи һанына буйһона». Ундай биҙәкте күп нәмәлә күреп була: ҡайһы бер галактикаларҙа, наутилус ҡабырсағында, үҫемлек япраҡтарында, көнбағыш сәскәһендә. w24.12 16 б., 7 абз.

Дүшәмбе, 18 май

Унда — һеҙҙең тормошоғоҙ (Ҡан. 30:20).

Муса, Дауыт һәм Яхъя инде күптән йәшәгән. Уларҙың шарттары беҙҙекенән ныҡ айырылып торған. Шулай ҙа беҙҙең уртаҡ яҡтарыбыҙ күп. Улар ҙа беҙ табынған хаҡ Аллаға табынған. Улар Йәһүәгә өмөтләнгән һәм унан ярҙам, кәңәш һорап доға ҡылған. Беҙ ҙә шулай эшләйбеҙ. Йәһүә был ир-аттарҙы тыңлаусан булғаны өсөн фатихалаған һәм беҙҙе лә мотлаҡ фатихалаясаҡ. Алланың өс тоғро, зирәк хеҙмәтсеһе беҙҙе уның әмерҙәре буйынса йәшәргә өндәй. Әйҙәгеҙ, шулай эш итәйек тә. Шул саҡта нимә генә эшләһәк тә, беҙ уңышлы булырбыҙ. Ғүмеребеҙ оҙон, ул мәңгелек буласаҡ! Ул шатлыҡ менән тулы булыр, сөнки күктәге Атайыбыҙ беҙҙе хуплай. Ул бөтә вәғәҙәләрен дә үтәйәсәк һәм был беҙҙең иң ҙур хыялдарыбыҙҙан да артығыраҡ булыр (Эфес. 3:20). w24.11 13 б., 20, 21 абз.

Шишәмбе, 19 май

Алла йыйылыш ағзаларын ошолай итеп билдәләгән (1 Кәр. 12:28).

Беренсе быуатта ҡайһы бер ир ҡәрҙәштәр йыйылышта хеҙмәт ярҙамсылары булған (1 Тим. 3:8). Илсе Пауыл «ярҙам күрһәтеүселәр» тип яҙғанда, моғайын, тап уларҙы күҙ уңында тотҡандыр. Аҡһаҡалдар, көтөүсе вазифаларын һәм өйрәтеү эштәрен башҡара алһын өсөн, хеҙмәт ярҙамсылары, күрәһең, ғәмәли мәсьәләләр тураһында ҡайғыртҡандыр. Хеҙмәт ярҙамсылары, моғайын, Яҙмаларҙың копияларын әҙерләгәндер йә бының өсөн кәрәкле материалдар һатып алғандыр. Бөгөн дә хеҙмәт ярҙамсылары байтаҡ эш башҡара (1 Пет. 4:10). Улар йыйылыш иғәнәләре хисабы һәм участкалар хаҡында ҡайғырта, әҙәбиәткә заказ бирә, аудио-видео ҡорамалдар эшләйме-юҡмы икәнен тикшереп тора, йыйылышҡа килгән кешеләрҙе ҡаршы ала һәм Батшалыҡ залдарын хеҙмәтләндереүҙә ярҙам итә. Һөҙөмтәлә йыйылыш һәм вәғәз осрашыуҙары яҡшы итеп ойошторола (1 Кәр. 14:40). w24.10 19 б., 4, 5 абз.

Шаршамбы, 20 май

Миңә ҡеүәт биреүсе ярҙамы менән мин барыһын да булдыра алам (Флп. 4:13).

Йәһүәнең тере Алла булыуын һәм һәр ваҡытта ла беҙгә ярҙам итергә әҙер булыуын иҫтә тотһаҡ, беҙ һәр ҡайһы һынауҙы йырып сыға алырбыҙ. Алла өсөн хәл итә алмаҫлыҡ ауырлыҡ юҡ. Ул Сикһеҙ ҡөҙрәтле һәм беҙгә кәрәкле көс бирә ала. Тимәк, беҙҙең һынауҙарҙан ҡурҡырға сәбәптәр юҡ. Йәһүәнең беҙгә бәләкәй ауырлыҡтарҙа ярҙам иткәнен күргәндә, уның етди һынауҙарҙа ла ташламаясағына ышанысыбыҙ арта бара. Дауыт батшаның Йәһүәгә ышанысын нығытҡан ике осраҡты иҫкә төшөрәйек. Йәш саҡта ул атаһының һарыҡтарын көткән. Беренсе осраҡта арыҫлан килеп һарыҡты алып киткән. Икенсе осраҡта һарыҡ көтөүенә айыу һөжүм иткән. Был осраҡтарҙың икеһендә лә Дауыт ҡыйыулыҡ менән йыртҡыс артынан ҡыуып барып, һарыҡтарҙы ҡотҡарған. Шулай ҙа ул, мин үҙем уларҙы ҡотҡарҙым, тип уйламаған. Ул Йәһүәнең ярҙам итеүен таныған (1 Шам. 17:34—37). Был хаҡта уйланып, Дауыт Алланың киләсәктә лә уға көс бирәсәгенә инанған. w24.06 21 б., 5, 6 абз.

Кесаҙна, 21 май

Тыңлап бөтмәйенсә яуап ҡайтарыу — ахмаҡлыҡ һәм хурлыҡ (Ғиб. һүҙ. 18:13).

Әйтәйек, һеҙҙе бер йәштәр кисәһенә саҡырғандар, ти. Һеҙгә унда барырғамы-юҡмы тигән ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Ойоштороусы менән таныш булмаһағыҙ йә унда нимә буласағын белмәһәгеҙ, унан былай тип һорарға була: «Был кисә ҡайҙа һәм ҡасан үтә? Күпме кеше килә? Тәртип өсөн кем яуаплы? Тағы кем саҡырылған? Ниндәй программа була? Был осрашыуҙа иҫерткес эсемлектәр буламы?» Был һорауҙарға яуаптар һеҙгә аҡыллы ҡарар ҡабул итергә ярҙам итер. Кәрәкле мәғлүмәтте йыйғас, артабан нимә эшләргә? Тулы картинаны күрер өсөн бөтә был факттарҙы бер-береһе менән бәйләргә кәрәк. Мәҫәлән, унда Йәһүә нормаларын хөрмәт итмәгән кешеләрҙең булыуын йә иҫерткес эсемлектәр өсөн бер кем дә яуаплы түгел икәнен белдегеҙ, ти. «Был сара ҡоторонҡо осрашыуға әйләнмәҫме?» — тигән һорау тураһында алдан уйланығыҙ (1 Пет. 4:3). Тулы картинаны күргәндә, аҡыллы ҡарар ҡабул итеүе еңелерәк. w25.01 15 б., 4, 5 абз.

Йома, 22 май

Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа, ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар (Ишағ. 1:18).

Йәһүә, миҫалдарҙы ҡулланып, йолом нигеҙендә тәүбә иткән гонаһ ҡылыусыларҙы нисек кисергәнен аңларға ярҙам итә. Кейемдән ҡыҙыл тапты бөтөрөү еңел түгел. Шулай ҙа Йәһүә беҙҙе гонаһтан таҙартасағына һәм уларҙың эҙе лә ҡалмаясағына ышандыра. Гонаһтар шулай уҡ бурыстар менән сағыштырыла (Матф. 6:12; Лука 11:4). Беҙ ҙур бурыс менән тыуғанбыҙ. Гонаһ ҡылған һайын бурысыбыҙ күбәйә. Ләкин кисергәндә Йәһүә бурысыбыҙҙы юҡҡа сығара. Ул кисерелгән гонаһтарыбыҙ өсөн бер нәмә лә талап итмәй. Кешегә бурысын кисерһәләр, ул шатлыҡ һәм еңеллек тоя. Йәһүәнең беҙҙе кисергәнен белеү шундай уҡ хистәр тыуҙыра! w25.02 10 б., 9, 10 абз.

Шәмбе, 23 май

Балалар атай-әсәйҙәренә түгел, ә атай-әсәйҙәр балаларына байлыҡ тупларға тейеш бит (2 Кәр. 12:14).

Әлбиттә, олоғайған ата-әсәләргә ярҙам кәрәк булғанда күп кенә балалар быны шатланып эшләй (1 Тим. 5:4). Ләкин Йәһүәгә таянған ата-әсәләр шуны аңлай: балаларҙан файҙаланыу түгел, ә уларға Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булып китергә ярҙам итеү ысын бәхет килтерә (3 Яхъя 4). Атай-әсәйҙәр, һеҙ балаларығыҙҙы оло тормошҡа нисек әҙерләй алаһығыҙ? Һәр бер эштә Йәһүәгә таяныуығыҙ улар өсөн өлгө булһын. Бәләкәй саҡтан уҡ уларҙы тырышып эшләүҙән шатлыҡ табырға өйрәтегеҙ (Ғиб. һүҙ. 29:21; Эфес. 4:28). Ә мәктәпкә йөрөй башлағас, уҡыуға дөрөҫ ҡараш үҫтерегеҙ. Изге Яҙмалағы принциптарҙы тәрән тикшерһәгеҙ һәм уның кәңәштәрен ҡулланһағыҙ, балаларығыҙға тейешле белем һайларға ярҙам итә алырһығыҙ. Һеҙҙең маҡсатығыҙ уларҙы үҙҙәрен тәьмин итергә өйрәтеү генә түгел, ә вәғәз эшен дә яратырға, хатта, бәлки, пионер хеҙмәтен башларға ярҙам итеү. w25.03 30—31 бб., 15, 16 абз.

Йәкшәмбе, 24 май

Алла сүрәтендә яратылған... яңы кешегә әйләнегеҙ (Эфес. 4:24).

Ишағыя китабының 65-се бүлегендә Йәһүә рухи ожмахта тормош ниндәй буласағын тасуирлаған. Был пәйғәмбәрлек беренсе тапҡыр б. э. т. 537 йылда үтәлгән. Ул ваҡытта тәүбә иткән еврейҙар Вавилондың әсирлегенән азат ителгән һәм туған ерҙәренә ҡайтҡан. Йәһүә уларҙы фатихалаған. Ул уларға емерелгән Иерусалимды матур ҡалаға әйләндерергә һәм Израилдәге хаҡ табыныуҙың үҙәген — ғибәҙәтхананы торғоҙорға ярҙам иткән (Ишағ. 51:11; Зәк. 8:3). Ишағыяның пәйғәмбәрлеге икенсе тапҡыр 1919 йылда үтәлә башланған. Ул саҡта Йәһүәнең хеҙмәтселәре Бөйөк Вавилондан азат ителгән. Шул йылдан алып рухи ожмахтың сиктәре киңәйә башлаған. Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәр вәғәзләнгән. Бөтә донъя буйлап күп кенә йыйылыштар ойошторолған булған. Ә рухи ожмахта йәшәүселәр Мәсихтән тағы ла күберәк өлгө ала башлаған. Ҡасандыр үҙҙәрен аяуһыҙ һәм әхлаҡһыҙ тотҡан ирҙәр һәм ҡатындар «Алла сүрәтендә яратылған... яңы кешегә» әйләнгән. w24.04 20—21 бб., 3, 4 абз.

Дүшәмбе, 25 май

Һәр кем үҙ төйөнсөгөн үҙе күтәрергә тейеш бит (Ғал. 6:5).

Ҡайһы бер илдәрҙә балалары өсөн ирҙе йә ҡатынды ата-әсәләре һайлай. Ә башҡа илдәрҙә туғандары йәиһә дуҫтары егет менән ҡыҙҙы таныштыра, ә инде осрашырғамы-юҡмы икәнен улар үҙҙәре хәл итә. Кемдер беҙҙе туғаны йә дуҫы өсөн тормош иптәше эҙләргә һораһа, ҡыҙ менән егеттең ихтыяждарын һәм теләктәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Яҡшы пар эҙләгәндә егеттең йәиһә ҡыҙҙың сифаттары, холҡо, ә иң мөһиме, рухилығы тураһында күберәк белергә кәрәк. Йәһүә менән мөнәсәбәттәр байлыҡҡа, белемгә, дәрәжәгә һәм кешенең ниндәй ғаиләнән булыуына ҡарағанда күпкә мөһимерәк. Ләкин шуны иҫтә тоторға кәрәк: никахҡа инергәме-юҡмы икәнен ҡыҙ ҡәрҙәш менән ир ҡәрҙәш үҙҙәре хәл итә. w24.05 23 б., 11 абз.

Шишәмбе, 26 май

Ысын дуҫтың дуҫлығы ғүмерлек (Ғиб. һүҙ. 17:17).

Осраша башлаған ҡыҙ менән егет тураһында нимәнелер һөйләү йә һөйләмәү бик мөһим. Ҡайһы саҡта бының өсөн үҙеңде ҡулда тоторға кәрәк булыр (Ғиб. һүҙ. 12:18). Мәҫәлән, башҡаларға кемдеңдер осраша башлауы тураһында һөйләргә телебеҙ ҡысып торалыр. Ләкин улар был хаҡта үҙҙәре һөйләргә теләйҙер. Бынан тыш, улар тураһында ғәйбәт һатыу һәм уларҙың ҡарарҙарын тәнҡитләү дөрөҫ булмаҫ (Ғиб. һүҙ. 20:19; Рим. 14:10; 1 Тис. 4:11). Шулай уҡ уларҙың киләсәгенә ҡағылышлы һорауҙар уларҙы уңайһыҙ хәлдә ҡалдырырға мөмкин. Бәлки, егет менән ҡыҙ мөнәсәбәттәрен өҙөргә ҡарар итерҙер. Уларҙың эшенә ҡыҫылмаһаҡ һәм кемдеңдер яғына баҫмаһаҡ, яҡшы булыр (1 Пет. 4:15). Мөнәсәбәттәрҙе өҙөү егет менән ҡыҙҙың нимәнелер дөрөҫ эшләмәүен аңлатмай. Тимәк, осрашыуҙар үҙ маҡсатына ирешкән — егет менән ҡыҙға дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек биргән. Шулай ҙа улар йөрәк әрнеүе һәм яңғыҙлыҡ хисе тойорға мөмкин. Шуға күрә уларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булайыҡ. w24.05 31 б., 15, 16 абз.

Шаршамбы, 27 май

Бәлә килгәндә тәҡәтһеҙ ҡалаһың икән, тимәк, көс-ҡеүәткә ярлыһың (Ғиб. һүҙ. 24:10).

Яҡын дуҫыбыҙ йә туғаныбыҙ Йәһүәне ҡалдырһа, был беҙҙе ҡайғыға һала (Зәб. 77:40). Кешене ни тиклем нығыраҡ яратабыҙ, шул тиклем ауырыраҡ. Әгәр һеҙ шундай ҡайғы кисергән булһағыҙ, Садиҡтың тоғролоғо һеҙгә көс өҫтәр. Яҡын дуҫы Авиафар хыянатсы булып китһә лә, ул Йәһүәгә тоғро ҡалған. Был хәл Дауыт инде оло йәшкә еткәс булған. Уның улы Адания Сөләймәнгә вәғәҙә ителгән батшалыҡты тартып алырға маташҡан (1 Йыл. 22:9, 10). Авиафар Адания яғына баҫҡан (1 Бат. 1:5—8). Шулай итеп ул Дауытҡа һәм Садиҡҡа ғына түгел, Аллаға ла хыянат иткән. Садиҡ менән Авиафар 40 йылдан ашыу руханиҙар булып иңгә-иң хеҙмәт иткән бит (2 Шам. 8:17; 15:29). w24.07 6 б., 14, 15 абз.

Кесаҙна, 28 май

Раббынан ҡурҡҡан бәхетле булыр (Ғиб. һүҙ. 28:14).

Ҡотҡоларға ҡаршы тороу күп фатихалар килтерә. Гонаһ «ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәт» кенә бирә (Евр. 11:25). Әммә Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәгәндә ысын бәхет тоябыҙ (Зәб. 18:8). Беҙ бит шулай итеп барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ (Баш. 1:27). Шуға күрә тормошобоҙ менән Йәһүәне ҡыуандырғанда беҙ саф выжданға һәм мәңге йәшәү өмөтөнә эйә булабыҙ (1 Тим. 6:12; 2 Тим. 1:3; Йәһ. 20, 21). Эйе, «тән көсһөҙ» (Матф. 26:41). Ләкин был беҙҙең гонаһҡа ҡаршы тора алмауыбыҙҙы аңлатмай. Йәһүә беҙгә кәрәкле көс бирәсәк (2 Кәр. 4:7). Иғтибар итегеҙ: аятта әйтелгәнсә, Алла беҙгә саманан тыш ҙур ҡөҙрәт бирә. Әммә ҡотҡолар менән көрәшер өсөн беҙ үҙебеҙ ҙә көн һайын көс һалырға тейешбеҙ. Бының өсөн беҙ яуаплы. Йәһүә доғаларыбыҙға яуап бирәсәк һәм көсөбөҙ етмәгәндә ярҙам итәсәк (1 Кәр. 10:13). Йәһүә менән беҙ һәр төрлө ҡотҡоға ҡаршы тора алырбыҙ! w24.07 19 б., 19—21 абз.

Йома, 29 май

Гонаһ ҡылғандарын иһә... бөтөнөһө алдында фаш ит (1 Тим. 5:20).

Илсе Пауыл, бөгөнгө аяттағы һүҙҙәрҙе аҡһаҡал булып хеҙмәт иткән Тимәтигә яҙып, гонаһ ҡылған кеше менән нимә эшләргә кәрәклеген аңлатҡан. Пауыл гонаһ ҡылған кешенең бөтә йыйылыш алдында фаш ителергә тейешлеген күҙ уңында тотҡанмы? «Бөтәһе» тип әйтеп Пауыл, күрәһең, уның гонаһы тураһында белгән бер нисә кешене генә күҙ уңында тотҡан. Улар уның гонаһы тураһында беләлер йә ул үҙе уларға был хаҡта һөйләгәндер. Аҡһаҡалдар уларға ғына, был эш хәл ителде һәм мәсихсе шелтә алды, тип әйтәләр. Ҡайһы саҡта мәсихсенең гонаһы тураһында йыйылыштағылар инде белә йә оҙаҡламай белеүе ихтимал. Шул саҡта 1 Тимәтигә 5:20-лә әйтелгән «бөтәһе» тигән һүҙҙе бөтә йыйылышҡа ҡулланып була. Аҡһаҡалдар гонаһ ҡылған мәсихсенең шелтәләү алғаны тураһында иғлан итә. Ни өсөн? Пауыл әйтеүенсә, «башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн». w24.08 23—24 бб., 16, 17 абз.

Шәмбе, 30 май

Был һүҙҙәр — Алланың хаҡ һүҙҙәре (Асыл. 19:9).

Майланғандар уяу булырға тейеш. Юғиһә, улар күктәге бүләген ала алмаҫ. Улар күктә Ғайса менән бергә булыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтә (Матф. 24:40). Армагеддондан һуң Бәрәстең туй мәжлесе үтәсәк: унда Ғайса — кейәү, ә терелгән майланғандар кәләш булыр (2 Тис. 2:1; Асыл. 19:7, 9). Оҙаҡламай Ғайса кешеләрҙе хөкөм итәсәк, әммә беҙгә ҡурҡаһы юҡ. Әгәр тоғро булып ҡалһаҡ, беҙҙең «Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөбөҙ булһын өсөн», күктәге Атайыбыҙ беҙгә «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» бирәсәк (2 Кәр. 4:7; Лука 21:36). Ҡайҙа ғына йәшәргә өмөтләнһәк тә, күктәме йә ерҙәме, беҙгә Ғайсаның хикәйәләрендә булған иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Шулай эшләп, беҙ күктәге Атайыбыҙҙы һөйөндөрөрбөҙ. Йәһүә бик игелекле һәм ул һәр беребеҙҙең исеме «тормош китабына» яҙылыуын теләй (Дан. 12:1; Асыл. 3:5). w24.09 24—25 бб., 19, 20 абз.

Йәкшәмбе, 31 май

Ә минең өсөн Аллаға яҡын булыу — бәхет (Зәб. 72:28).

Ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙ тураһында үкенһәгеҙ, һеҙгә тыныс ҡалырға нимә ярҙам итер? Үҙегеҙҙә булған бөтә яҡшы нәмәләр тураһында уйланығыҙ. Һеҙ бик бай кеше, сөнки Йәһүә үҙе һеҙҙе хуплай! Ә Аллаға хеҙмәт итмәгән кешеләрҙе нимә көтә? Уларҙың бар хыялдары, өмөттәре һәм ҡаҙаныштары был донъя менән бәйле. Бына ни өсөн улар өмөттәрен яҡшы эшкә һәм ләззәтле тормошҡа ғына бағлай. Беҙҙе иһә мул бүләктәр һәм икһеҙ-сикһеҙ шатлыҡ көтә (Зәб. 144:16). Шулай уҡ үткәндә башҡаса эш иткән булһаҡ, тормошобоҙҙоң ниндәй булырын теүәл әйтә алабыҙмы? Беҙ шуны яҡшы беләбеҙ: Аллаға һәм кешеләргә яратыуҙан сығып ҡарар ҡабул итәбеҙ икән, был уңышҡа һәм ысын бәхеткә килтерәсәк. w24.10 27 б., 12, 13 абз.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2026)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2026 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу