Йома, 16 октябрь
Күңелегеҙ ул ҡатындың юлына табан боролмаһын, уның һуҡмағына аслан аяҡ баҫмағыҙ (Ғиб. һүҙ. 7:25).
Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 7-се бүлегендә яҙылған осраҡ Йәһүәнең һәр хеҙмәтсеһе менән дә була ала. Гонаһ ҡылған кеше нисек улай килеп сыҡҡанын аңламаҫҡа йә, был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды, тип уйларға мөмкин. Ләкин ул, үткәндәргә әйләнеп ҡарап, был осраҡҡа килтергән аҙымдарҙы күрә ала. Моғайын, ул Йәһүәне яратмаған кешеләр менән ваҡыт үткәргәндер. Йә насар күңел асыуҙар һайлау, шикле урындарға барыу һәм сайттарға инеү был аҙымдарға килтергәндер. Бәлки, ул доға ҡылыуҙан, Изге Яҙманы уҡыуҙан, осрашыуҙарға һәм вәғәзгә йөрөүҙән туҡтағандыр. Күреүебеҙсә, Ғибрәтле һүҙҙәр китабындағы егеттең осрағындағы һымаҡ, был гонаһ мәсихсе өсөн көтөлмәгән булмаған. Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ бар? Беҙгә гонаһтан ғына түгел, ә уға алып барған бөтә нәмәнән дә һаҡланырға кәрәк. Егет һәм фәхишә ҡатын тураһындағы хикәйәлә тап шундай иҫкәртеү бар (Матф. 5:29, 30). w24.07 16 б., 10, 11 абз.
Шәмбе, 17 октябрь
Беҙ ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына (2 Кәр. 4:7).
Хазина — ул беҙҙең ҡиммәтле хеҙмәтебеҙ (2 Кәр. 4:1). Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп, беҙ кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарабыҙ. Балсыҡ һауыттар кемдәр улар? Алланың хеҙмәтселәре. Ни өсөн Пауыл шундай сағыштырыуҙы ҡулланған? Ул йәшәгән ваҡыттарҙа сауҙагәрҙәр балсыҡ һауыттарҙа ҡиммәтле әйберҙәрҙе, мәҫәлән, ризыҡ, шарап, аҡса йөрөткән. Беҙ ҙә кешеләргә бик ҡиммәтле нәмәне — Йәһүә тапшырған һөйөнөслө хәбәрҙе еткерәбеҙ. Ул был йөкләмәне үтәргә көсөбөҙ булһын өсөн ҡайғыртып тора. Ҡайһы саҡта кешеләр беҙгә нимә әйтер һәм беҙгә берәй яуызлыҡ эшләр тип ҡурҡып, улар менән һөйләшергә ҡыймайбыҙ. Был ҡурҡыуҙы нисек еңергә? Юғары кәңәшмә илселәрҙең вәғәзләүен тыйғас, уларҙың нимә тураһында доға ҡылыуҙарын иҫкә төшөрөгөҙ. Улар ҡурҡыуға бирелмәгән, ә киреһенсә, Йәһүәгә: «Ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҙур ҡыйыулыҡ менән һөйләргә көс бир», — тип доға ҡылған. Алла уларҙың доғаһына шунда уҡ яуап ҡайтарған (Илс. 4:18, 29, 31). Ҡай ваҡыт кешеләрҙән ҡурҡыу беҙҙе лә биләп ала. Шуға Йәһүәгә, кешеләрҙе яратырға ярҙам ит, тип доға ҡылырға кәрәк, сөнки яратыу бөтә ҡурҡыуҙарҙы юҡҡа сығара. w24.04 16 б., 8, 9 абз.
Йәкшәмбе, 18 октябрь
Күктәге Атайыбыҙ, исемең изге тип танылһын (Матф. 6:9).
Беҙ Йәһүәне яратабыҙ һәм был яратыу беҙҙе уның исемен изгеләндерергә этәрә. Беҙ Алланың исемен Шайтан төшөргән хурлыҡтан таҙартырға теләйбеҙ (Баш. 3:1—5; Әйүп 2:4; Яхъя 8:44). Беҙҙе тыңлаған бөтә кешеләргә Алла тураһында дөрөҫөн һөйләп, беҙ уны яҡлайбыҙ. Беҙ башҡаларҙың да был хәҡиҡәттәрҙе белеүен теләйбеҙ. Мөхәббәт — уның иҫ киткес сифаты. Алла тәҡүәлек һәм ғәҙеллек менән идара итә. Уның Батшалығы оҙаҡламай бөтә ғазаптарҙы юҡ итәсәк һәм кешеләргә тыныслыҡ һәм бәхет килтерәсәк (Зәб. 36:10, 11, 29; 1 Яхъя 4:8). Йәһүәнең абруйын яҡлап, беҙ уның исемен изгеләндерәбеҙ. Шулай уҡ беҙгә «Йәһүә шаһиттары» тигән исем буйынса йәшәү ҡәнәғәтлек килтерә. w24.05 18 б., 12 абз.