Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • es26
  • Июль

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Июль
  • Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2026
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Шаршамбы, 1 июль
  • Кесаҙна, 2 июль
  • Йома, 3 июль
  • Шәмбе, 4 июль
  • Йәкшәмбе, 5 июль
  • Дүшәмбе, 6 июль
  • Шишәмбе, 7 июль
  • Шаршамбы, 8 июль
  • Кесаҙна, 9 июль
  • Йома, 10 июль
  • Шәмбе, 11 июль
  • Йәкшәмбе, 12 июль
  • Дүшәмбе, 13 июль
  • Шишәмбе, 14 июль
  • Шаршамбы, 15 июль
  • Кесаҙна, 16 июль
  • Йома, 17 июль
  • Шәмбе, 18 июль
  • Йәкшәмбе, 19 июль
  • Дүшәмбе, 20 июль
  • Шишәмбе, 21 июль
  • Шаршамбы, 22 июль
  • Кесаҙна, 23 июль
  • Йома, 24 июль
  • Шәмбе, 25 июль
  • Йәкшәмбе, 26 июль
  • Дүшәмбе, 27 июль
  • Шишәмбе, 28 июль
  • Шаршамбы, 29 июль
  • Кесаҙна, 30 июль
  • Йома, 31 июль
Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2026
es26

Июль

Шаршамбы, 1 июль

Тәҡүәнең ситкә тибелгәнен... һис күрмәнем (Зәб. 36:25).

Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәре оло йәшкә еткәнгә йә насар сәләмәтлеге һәм инвалид булыуы арҡаһында хеҙмәттә күпте эшләй алмай. Улар үҙҙәрен булдыҡһыҙ итеп тойорға һәм: «Мин Йәһүәгә кәрәк микән?» — тип бойоғорға мөмкин. 70-се мәҙхиәне яҙыусының шундай уҡ борсолоуҙары булған. Ул: «Көсөм бөткәс, мине ситкә типмә!» — тип доға ҡылған (Зәб. 70:9, 18). Ул үҙен көсһөҙ итеп тойһа ла, тоғро ҡалһа, Йәһүә уны бер ҙә ташламаясағына ышанған. Бөгөн дә Йәһүә үҙгәрмәгән: уның өсөн көсөбөҙҙөң ни тиклем күп булыуы түгел, ә уны нисек ҡулланыуыбыҙ мөһимерәк (Зәб. 36:23—25). Ҡәҙерле оло йәштәге ҡәрҙәштәребеҙ! Үҙегеҙгә Йәһүә күҙлегенән ҡарарға тырышығыҙ. Онотмағыҙ, һеҙҙең сикләүҙәрегеҙ уны сикләмәй, һәм ул һеҙгә һәр йәштә лә сәскә атырға ярҙам итер (Зәб. 91:13—16). Иғтибарығыҙҙы эшләй алмаған нәмәләргә түгел, ә эшләй алған нәмәләргә туплағыҙ. w24.10 28 б., 14—16 абз.

Кесаҙна, 2 июль

Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ит менән туҡланыуға килгәндә, беҙ шуны беләбеҙ: донъяла ялған илаһтар бер әһәмиәткә лә эйә түгел (1 Кәр. 8:4).

Изге Яҙмала аныҡ ҡанун булмағанда, рухи яҡтан өлгөрөп етмәгән мәсихселәргә принциптарға таянып ҡарарҙар ҡабул итеү еңел түгел. Ҡайһы берәүҙәр, шул саҡта, нимә теләһәң, шуны эшләп була, тип уйлай. Башҡалар иһә, билдәле ҡағиҙәләр урынлаштырырға кәрәк, ти. Коринфтағы мәсихселәр илсе Пауылдан, боттарға ҡорбан ителгән ризыҡ ашарға яраймы, тип һорағанда, уның берәй ҡағиҙә урынлаштырыуын теләгәндер. Бының урынына, Пауыл уларға выждандың роле тураһында һәм һәр кешенең һайлау ирке булыуы хаҡында әйткән. Пауыл улар менән бер нисә принципты ҡарап сыҡҡан. Улар ярҙамында нисек выжданға ҡаршы бармаҫҡа һәм башҡалар өсөн кәртә булмаҫҡа икәнен күрһәткән (1 Кәр. 8:7—9). Пауыл уларҙың кеше фекерҙәренә һәм ҡағиҙәләренә түгел, ә Алла Һүҙенә таяныуҙарын теләгән. Шулай итеп улар рухи яҡтан етлеккән мәсихсе булып китә алыр ине. w24.04 5 б., 14 абз.

Йома, 3 июль

Мин, Йәһүә, һәр кемгә уның юлына... ҡарап ҡайтарыр өсөн, йөрәген тикшереп... торам (Йәр. 17:10, ЯДТ).

Юныс көндәрендә Нинәбә халҡының тәүбә итергә мөмкинлеге булған. Шулай уҡ Ғайсаның «хөкөм ителеү өсөн тереләсәк» кешеләр тураһында әйткәнен иҫкә төшөрәйек. Улар кемдәр? Улар — «яуызлыҡ эшләгәндәр» (Яхъя 5:29). Шуға күрә Содом менән Аморрала йәшәүселәрҙең дә өмөтө бар кеүек күренә. Моғайын, уларҙың ҡайһы берҙәре тереләсәк. Беҙ уларҙы Йәһүә һәм Ғайса Мәсих тураһындағы хәҡиҡәттәргә өйрәтә алырбыҙ. Йәһүә һәр ваҡытта ла кешенең «йөрәген тикшереп, йәшерен уйҙарын һынап тора». Кемде терелтергә тигән ҡарар сығарғанда, ул «һәр кемгә уның юлына» ҡарап бирер. Кәрәк саҡта Йәһүә ҡәтғи эш итә, ә мөмкинлек булғанда гел шәфҡәтлек күрһәтә. Шуға күрә Изге Яҙмала туранан-тура әйтелмәһә, ниндәйҙер кеше тураһында, ул терелмәйсәк, тип әйтә алмайбыҙ. w24.05 5—6 бб., 15, 16 абз.

Шәмбе, 4 июль

Ҡурҡма, һиңә ярҙам итәм (Ишағ. 41:13).

Йәһүәнең боронғо хеҙмәтселәре лә ауыр йөкләмәләр алған. Был йөкләмәләрҙе үтәргә уларға нимә ярҙам иткән? Алланың хәбәре. Йәрәмиәнең миҫалын иҫкә төшөрәйек. Йәһүә уға вәғәзләргә ҡушҡан. Ләкин Йәрәмиә, булдыра алмам, тип ҡурҡҡан. Ул Йәһүәгә: «Мин бит һөйләй белмәйем, мин бик йәш әле», — тигән (Йәр. 1:6). Уға нимә ышаныс өҫтәгән? Алла тапшырған хәбәр. Йәрәмиә артабан: «Уның һүҙе... һөйәктәрем эсендә ялҡын шикелле булды. Уны үҙемдә тотоп арып бөттөм», — тигән (Йәр. 20:8, 9). Эйе, кешеләр ҡаты бәғерле булған һәм Йәрәмиәне тыңламаған. Шулай ҙа Йәһүә тапшырған хәбәр уны көслө һәм ҡыйыу иткән. Алла Һүҙендәге хәбәр беренсе быуаттағы мәсихселәргә лә көс биргән. Илсе Пауыл әйткәнсә, хаҡ белем ҡәрҙәштәргә Йәһүәгә лайыҡлы булып йәшәргә һәм һәр игелекле эштә емеш килтерергә ярҙам итер (Кол. 1:9, 10). w24.04 14—15 бб., 2—4 абз.

Йәкшәмбе, 5 июль

Садоҡ ҡаһин... Сөләймәнде мәсехләне (1 Бат. 1:39).

Авиафар тәхетте яулап алырға йыйынған Адания яғына баҫһа ла, Садиҡ Йәһүәгә тоғро булып ҡалған. Дауыт Садиҡтың тоғролоғона тулыһынса ышанған. Аданияның хыянат итеүе билдәле булғас, Дауыт Садиҡҡа, Натанға һәм Бинайға Сөләймәнде батшалыҡҡа майларға ҡушҡан (1 Бат. 1:32—34). Садиҡтың янында шундай кешеләрҙең булыуы уны нығытҡан һәм Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға ярҙам иткән. Сөләймән, батша булып киткәс, Садиҡты Авиафар урынына баш рухани итеп билдәләгән (1 Бат. 2:35). Һеҙ Садиҡтан ниндәй өлгө ала алаһығыҙ? Әгәр яҡын дуҫығыҙ йә туғанығыҙ хәҡиҡәтте ҡалдырһа, Йәһүәгә тоғро ҡалырға ҡарар итегеҙ. Алла һеҙгә дөрөҫ эш итергә көс тә, ҡыйыулыҡ та бирәсәк (Еш. 24:15). Уға таянығыҙ һәм доға ҡылығыҙ. Алланың тоғро хеҙмәтселәре менән дуҫлашығыҙ. Йәһүә һеҙҙең тоғролоғоғоҙҙо ҡәҙерләй һәм мотлаҡ бүләкләйәсәк (2 Шам. 22:26). w24.07 7 б., 16, 17 абз.

Дүшәмбе, 6 июль

Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ (Ғал. 6:9).

Зәбур 15:2-лә [ЯДТ] Алланың дуҫы «сафлыҡ юлынан йөрөүсе» һәм «тәҡүәлек буйынса эш итеүсе» кеше итеп һүрәтләнә. Әммә камил булмаған кешеләр саф була аламы? Эйе. Әгәр беҙ Аллаға тыңлаусан булыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләһәк, ул беҙҙе саф тип һанар. Беҙ ваҡыт-ваҡыт ҡына түгел, ә гел шулай эшләргә тейеш. Бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу — хеҙмәтебеҙҙең башы ғына. Беҙгә артабан да Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға кәрәк. Мәҫәлән, израилдәр Аллаға бағышланған халыҡ булһа ла, уларҙың тик ҡайһы берҙәре генә уның сатырында ҡунаҡ була алған. Күптәре Аллаға доға ҡылһа ла, үҙ тәртиптәре менән Алланы рәнйеткән (Ишағ. 48:1). Йәһүәнең сатырында ҡалырға теләгән израилдәр уның талаптарын белергә һәм улар буйынса йәшәргә тейеш булған. Шуның шикелле, беҙгә лә Йәһүәнең хуплауын алыр өсөн, һыуға сумдырылыуҙан һәм ҡәрҙәштәр менән аралашыуҙан тыш, «тәҡүәлек буйынса» йәшәргә кәрәк. w24.06 9 б., 4 абз.; 10 б., 6 абз.

Шишәмбе, 7 июль

[Аллаға] оҡшарға тырышығыҙ (Эфес. 5:1).

Йәһүәнең йомартлығы нимәлә сағыла? Бына бер нисә миҫал. Йәһүә беҙгә йәшәр өсөн барыһын бирә. Әлбиттә, был балда-майҙа йөҙөүебеҙҙе аңлатмай. Шулай ҙа йәшәр өсөн беҙҙең бөтә нәмәбеҙ бар. Мәҫәлән, ул беҙҙең ризығыбыҙ, кейемебеҙ, йәшәү урыныбыҙ булыуы хаҡында ҡайғырта (Зәб. 4:9; Матф. 6:31—33; 1 Тим. 6:6—8). Йәһүә бының барыһын бурыслы булғанға эшләйме? Һис тә юҡ. Ғайсаның Матфай 6:25, 26-лағы һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек. Ғайса ҡоштар тураһында әйткәндә, «улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, келәттәргә ашлыҡ та һалмай, әммә күктәге Атайығыҙ уларҙы туйындыра» тигән. Шунан һуң Ғайса: «Һеҙ уларҙан күпкә ҡиммәтерәк түгелме ни?» — тигән һорау биргән. Бынан ниндәй һөҙөмтә яһап була? Әгәр ул ҡоштар тураһында шул тиклем ҡайғырта икән, беҙҙең хаҡта ул бигерәк ҡайғыртасаҡ. Йәһүә — ҡайғыртыусан Атай, шуға ул үҙенең балаларын ашата, эсерә, кейендерә лә (Зәб. 144:16; Матф. 6:32). w24.09 26—27 бб., 4—6 абз.

Шаршамбы, 8 июль

Яҡшы хеҙмәт иткән ярҙамсылар ҙур дәрәжәгә күтәрелә һәм... имандарында тәүәккәллектәре арта (1 Тим. 3:13).

Хеҙмәт ярҙамсыһы — аҡһаҡалдарға төрлө өлкәләрҙә ярҙам итеү өсөн изге рух менән билдәләнгән һыуға сумдырылған ир ҡәрҙәш. Хеҙмәт ярҙамсыларының бөтәһе лә Йәһүәне ярата һәм уның нормалары буйынса йәшәй. Шулай уҡ улар имандаштарын бик ныҡ ярата (Матф. 22:37—39). Һыуға сумдырылған ир ҡәрҙәш нисек хеҙмәт ярҙамсыһы булып китә ала? Хеҙмәт ярҙамсылары өсөн талаптар Изге Яҙмала яҙылған (1 Тим. 3:8—10, 12). Уларҙы ентекләп ҡарап сыҡ һәм уларға тура килер өсөн тырышлыҡтар һал. Әммә иң мөһиме, үҙеңдең этәргес ниәттәрең тураһында уйла. w24.11 15 б., 4, 5 абз.

Кесаҙна, 9 июль

Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө — Алла һүҙе итеп ҡабул [иттегеҙ] (1 Тис. 2:13).

Ҡайһы бер кешеләр Изге Яҙманы тиҫтәләгән тапҡыр уҡығандары менән ғорурлана. Ләкин улар белгәндәренә ышанамы? Уның кәңәштәрен ҡулланамы? Изге Яҙмалағы кәңәштәр уларҙың тормоштарына йоғонто яһаймы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Ләкин Йәһүә хеҙмәтселәре Алла Һүҙенә башҡаса ҡарай. Алла Һүҙе тормошобоҙға тәьҫир итә, һәм башҡалар быны күрмәй ҡалмай. Эйе, Алла Һүҙен уҡыу һәм уны тормошта ҡулланыу һәр ваҡытта ла еңел түгел. Ҡайһы саҡта уны уҡырға ваҡыт таба алмайбыҙ йә ашығып уҡыйбыҙ, шуға мәғәнәһенә төшөнмәйбеҙ. Йәки тормошобоҙҙа ни тиклем күп нәмәне үҙгәртергә кәрәк икәнен күреп, төшөнкөлөккә биреләбеҙ. Ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, беҙ Йәһүә менән уларҙы йырып сыға алырбыҙ. Әйҙәгеҙ, уның ярҙамын ҡабул итәйек. Алла Һүҙенән ишеткәндәрҙе үтәргә тырышайыҡ. Изге Яҙманы күберәк уҡыған һайын һәм уның кәңәштәрен ҡулланған һайын, беҙ бәхетлерәк булып китербеҙ (Яҡ. 1:25). w24.09 7 б., 15, 16 абз.

Йома, 10 июль

Һорағыҙ — һеҙгә бирерҙәр (Лука 11:9).

Тормошобоҙҙа фажиғәле хәлдәр булғанда, Йәһүә, беҙгә изге рухын биреп, беҙҙе йыуата. Әгәр тормошоғоҙҙа ниндәйҙер ҡурҡыныс хәлдәр булһа, Йәһүәгә үҙ хистәрегеҙ тураһында асыҡ һөйләргә оялмағыҙ. Хатта күп һәм йыш доға ҡылырға тура килһә лә, ул һеҙҙе тыңлаясаҡ (Зәб. 85:3; 87:2). Йәһүәнән изге рух һорағыҙ. Ул уны һеҙгә мотлаҡ бирәсәк. Ауыр һынауҙар беҙҙе ҡаҡшата ала. Был һеҙгә танышмы? Йәһүәгә артабан да тоғро хеҙмәт итер өсөн изге рух һеҙҙе нығыта ала (Эфес. 3:16). Йәһүәнән изге рух һорағандан һуң артабан нимә эшләргә? Уны тағы ла күберәк алырға ярҙам иткән эштәр менән мәшғүл булығыҙ. Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөгөҙ һәм вәғәзләгеҙ. Көн дә Алла Һүҙен уҡып, башығыҙҙы Алланың уйҙары менән тултырығыҙ (Флп. 4:8, 9). Изге Яҙманан һеҙ төрлө һынауҙар менән осрашҡан кешеләрҙең миҫалдары тураһында уҡый алаһығыҙ. Йәһүәнең уларға сыҙам һәм тоғро булып ҡалырға ярҙам иткәненә иғтибар итегеҙ. w24.10 9 б., 12—14 абз.

Шәмбе, 11 июль

Алла донъяны шул тиклем ныҡ ярата (Яхъя 3:16).

Йәһүә һәм уның Улы кешеләрҙе ярата (Ғиб. һүҙ. 8:31). Беҙ уларҙан үрнәк алырға теләйбеҙ. Беҙ яҡындарыбыҙҙы ҡыҙғанабыҙ, сөнки улар Аллаһыҙ һәм өмөтһөҙ йәшәй (Эфес. 2:12). Улар тормош проблемаларында бата, ә беҙҙең уларҙы ҡотҡарыр өсөн Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәребеҙ бар. Кешеләрҙе яратыу һәм ҡыҙғаныу беҙҙе һәр мөмкинлекте ҡулланып, уларға һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләргә дәртләндерә. Алла тураһындағы белемдәр уларға бөгөн бәхетле булырға ярҙам итә һәм киләсәктә «ысын тормошҡа» — яңы донъялағы мәңгелек тормошҡа эйә булырға өмөт бүләк итә (1 Тим. 6:19). Кешеләрҙе яратҡанға, беҙ был яуыз донъяның ахыры яҡынлашыуы тураһында киҫәтәбеҙ (Йәз. 33:7, 8). Беҙ уларҙың бөйөк афәт ваҡытында нимә буласағын белеүҙәрен теләйбеҙ: тәүҙә ялған дин, ә шунан Армагеддонда бөтә яуыз донъя юҡ ителәсәк (Асыл. 16:14, 16; 17:16, 17; 19:11, 19, 20). w24.05 16—17 бб., 8, 9 абз.

Йәкшәмбе, 12 июль

Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла ярһыуына урын бирегеҙ, сөнки былай тип яҙылған: «„Үс алыу — минең эш, язаһын мин бирермен“, — ти Йәһүә» (Рим. 12:19).

Илсе Пауыл мәсихселәрҙе «Алла асыуына урын» ҡалдырырға өндәгән. Был кәңәште нисек ҡулланырға? Ғәҙеллекте ҡасан һәм нисек урынлаштырырға икәнен беҙ Йәһүәнең ҡулына тапшырабыҙ. Ғәҙелһеҙлеккә осраған Джон былай ти: «Асыуымдан ахмаҡлыҡ ҡылмаҫ өсөн миңә күп көс һалырға тура килде. Римдарға 12:19-ҙа яҙылған һүҙҙәр миңә Йәһүәне көткәндә түҙемле булып ҡалырға ярҙам итте». Хәлде Йәһүәгә тапшырып, беҙ үҙебеҙгә тик файҙа килтерәбеҙ. Проблеманы үҙ аллы хәл итеп, беҙ көсөбөҙҙө әрәм итәбеҙ һәм нервыларыбыҙҙы ҡаҡшатабыҙ. Йәһүә беҙгә ярҙам тәҡдим итә. Әйтерһең дә, ул: «Был эште миңә ҡалдыр», — ти. Йәһүә: «Мин уларҙан үс алам», — тип вәғәҙә итә. Был һүҙҙәргә ышаныу һәм Алланың барыһын да яҡшы хәл итәсәген белеү борсолоуҙан һаҡлай. w24.11 6 б., 14, 15 абз.

Дүшәмбе, 13 июль

Көн һайын беҙгә көндәлек ихтыяждарыбыҙға ҡарап икмәк бир (Лука 11:3).

Физик ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғыртыу тормошобоҙҙа беренсе урында булырға тейеш түгел. Был хаҡта илсе Пауыл хаттарының береһендә яҙған. Ул сүлдә һәм Синай тауы янында исраилдар менән нимә булғанын мәсихселәрҙең иҫенә төшөргән. Пауыл уларҙы, «яуызлыҡҡа әүәҫ» булған исраилдар кеүек булмағыҙ, тип киҫәткән (1 Кәр. 10:6, 7, 11). Йәһүә исраилдарға мөғжизәле рәүештә ризыҡ биргән. Ләкин нәфселәрен тыя алмағанлыҡтан, Алла биргән ризыҡ улар өсөн ҡотҡо булып киткән (Һан. 11:4—6, 31—34). Алтын быҙау менән булған осраҡтан күренеүенсә, ашап-эсеү һәм күңел асыу исраилдар өсөн Аллаға табыныуҙан мөһимерәк булған (Сығ. 32:4—6). Илсе Пауылдың хаты үҙ ваҡытында булған, сөнки б. э. 70 йылында Йәрүсәлим дә, ундағы ғибәҙәтхана ла емерелгән булған. Оҙаҡламай Шайтандың донъяһы юҡҡа сығасаҡ. Шуға күрә беҙгә Пауылдың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға һәм исраилдар ҡылған хаталарҙы ҡабатламаҫ өсөн уяу булырға кәрәк. w24.12 6 б., 13 абз.

Шишәмбе, 14 июль

Йәштән алған ҡатыныңдың рәхәтен күр (Ғиб. һүҙ. 5:18).

Йәһүә — «мөбәрәк Алла» (1 Тим. 1:11). Ул беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләй. Шуға ул беҙгә күп төрлө бүләктәр биргән (Яҡ. 1:17). Уларҙың береһе — ғаилә. Ир менән ҡатын никахҡа ингәндә бер-береһен яратырға һәм хөрмәт итергә ант бирә. Ир менән ҡатын наҙлы мөнәсәбәттәрен һаҡларға тырышһа, ғаилә тормошо уларға күп шатлыҡ килтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә ирле-ҡатынлылар туй көнөндә бер-береһенә биргән антын боҙа. Һөҙөмтәлә улар бәхетһеҙ. Йәһүә ирҙәрҙең ҡатындары менән нисек мөғәмәлә итеүен көтә? Йәһүә ирҙәргә ҡатындарын хөрмәт итергә ҡуша. Үҙ ҡатынын яратҡан һәм хөрмәт иткән ир был әмергә ҡолаҡ һала (1 Пет. 3:7). w25.01 8 б., 1, 2 абз.; 9 б., 4, 5 абз.

Шаршамбы, 15 июль

Раббым — минең Ярҙамсым, шуға ла ҡурҡмайым (Евр. 13:6).

Һис шикһеҙ, илсе Пауылдың хаты беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәргә киләсәктәге афәткә әҙерләнергә ярҙам иткән. Пауыл имандаштарын Яҙмаларҙы тәрәнерәк өйрәнергә дәртләндергән. Был белемдәр уларға ялған өйрәтеүҙәрҙе айыра белергә һәм уларҙы кире ҡағырға ярҙам иткән. Өҫтәүенә, уларға имандарын нығытырға кәрәк булған. Шул саҡта улар Ғайсаның һәм яуаплы ҡәрҙәштәрҙең күрһәтмәләренә кисектермәйенсә буйһонор ине. Шулай уҡ Пауыл мәсихселәргә сыҙамлыҡ үҫтерергә ярҙам иткән. Уларға һынауҙарға дөрөҫ ҡараш һаҡларға һәм Йәһүәнең был һынауҙар аша уларҙы нимәгәлер өйрәткәнен иҫтә тоторға кәрәк булған. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә был кәңәштәрҙе ҡулланайыҡ. Шул саҡта Йәһүәгә ахырға тиклем тоғро ҡала алырбыҙ (Евр. 3:14). w24.09 12 б., 17 абз.; 13 б., 19 абз.

Кесаҙна, 16 июль

Беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек (Евр. 10:10)

Изге Яҙмалағы йолом тигән һүҙ йолоп алыр һәм татыулашыр өсөн түләнгән хаҡты аңлата. Йолом ярҙамында Йәһүә Әҙәм менән Һауа юғалтҡанды кире ҡайтара ала. Улар камил ғүмерҙәрен һәм мәңге йәшәргә мөмкинлектәрен юғалтҡан. Шуға күрә йолом улар юғалтҡандың хаҡына тура килергә тейеш булған (1 Тим. 2:6). Уны 1) камил, 2) ерҙә мәңге йәшәү мөмкинлегенә эйә булған һәм 3) үҙ ғүмерен башҡалар өсөн ҡорбан итеп бирергә әҙер булған ир-ат ҡына түләй алған. Ғайса был йолом хаҡын түләй алған. Әйҙәгеҙ, быға өс сәбәпте ҡарап сығайыҡ. 1) Ул камил кеше булған һәм «гонаһ ҡылмаған» (1 Пет. 2:22). 2) Шуға күрә ул ерҙә мәңге йәшәй алған. 3) Ул беҙҙең хаҡҡа үҙ ғүмерен бирергә әҙер булған (Евр. 10:9). w25.02 4—5 бб., 11, 12 абз.

Йома, 17 июль

Алла үҙ рухын йомарт итеп бирә (Яхъя 3:34).

Йәһүә һеҙҙе ярата һәм үҙ ғаиләһендә булыуығыҙҙы теләй. Бәлки, һеҙ, минең шарттарымда һыуға сумдырылыу — ирешә алмаҫлыҡ маҡсат, тип уйлайһығыҙҙыр. Ләкин Ғайса шәкерттәренә: «Хатта горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булһа, һеҙ бынау тауға: „Бынан тегендә күс“, — тип әйтерһегеҙ, һәм ул күсер, ҡулығыҙҙан килмәгән һис нәмә булмаҫ», — тигән (Матф. 17:20). Шәкерттәре Ғайса артынан бер нисә йыл ғына йөрөгән һәм уларҙың иманы әле әҙ булған, шуға күрә уларға иманды артабан да үҫтерергә кәрәк булған. Ғайса, етерлек иманығыҙ булһа, Йәһүә һеҙгә тауҙай ауырлыҡтарҙы юлдан күсерергә ярҙам итер, тип ышандырған. Йәһүә һеҙгә лә мотлаҡ ярҙам итәсәк. Һеҙгә һыуға сумдырылырға нимә ҡамасаулай икәнен аңлаһағыҙ, тотҡарланмағыҙ. Оҙаҡҡа һуҙмайынса, ҡамасаулаған бөтә кәртәләрҙе алып ташлағыҙ. Аллаға бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу — һеҙ ҡабул итә алған иң яҡшы ҡарар! w25.03 7 б., 18—20 абз.

Шәмбе, 18 июль

Раббы минең менән, шуға ла ҡурҡмайым (Зәб. 117:6).

Тере Алланың һәр ваҡытта ла ярҙамға килергә әҙер булыуын иҫтә тотһаҡ, беҙ һынауҙарҙы уңышлы йырып сыға алырбыҙ. Нисек шундай ышанысты үҫтерергә? Изге Яҙмала Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен боронғо ваҡытта нисек ҡотҡарғаны тураһында уҡығыҙ (Ишағ. 37:17, 33—37). Шулай уҡ jw.org сайтыбыҙҙа Йәһүәнең беҙҙең көндәрҙә ҡәрҙәштәребеҙҙе нисек нығытҡаны тураһында мәҡәләләр табып була. Бынан тыш, Йәһүәнең шәхсән һеҙҙе ниндәйҙер бәләнән ҡотҡарғанын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Шулай ҙа Йәһүә көн һайын һеҙҙең тормошоғоҙҙа ҡатнаша. Был күпкә мөһимерәк. Ул һеҙҙе үҙенең дуҫы булырға саҡырған (Яхъя 6:44). Йәһүәнән уның доғаларығыҙға яуап биргән, иң кәрәк саҡта ярҙамға килгән һәм ауыр булғанда янығыҙҙа булған осраҡтарҙы иҫегеҙгә төшөрөүен һорағыҙ. Ундай уйланыуҙар Йәһүәнең һеҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясағына ышанысын нығытыр. w24.06 21 б., 8 абз.

Йәкшәмбе, 19 июль

Бөтәһе лә гонаһ ҡылды (Рим. 5:12).

Беҙ Йәһүәнең ҡанундары буйынса йәшәргә һәм уны һөйөндөрөргә теләйбеҙ. Шулай ҙа камил булмауыбыҙҙы һәм ҡотҡоға бирелеүсән булыуыбыҙҙы оноторға ярамай (Рим. 7:21—23). Көтмәгәндә беҙҙең гонаһҡа этәргән осраҡҡа эләгеүебеҙ бар. Йәһүәгә һәм уның Улына тоғро ҡалыр өсөн беҙгә Ғайсаның «уяу булығыҙ» тигән иҫкәртеүенә ҡолаҡ һалыу бик мөһим. Бөтәбеҙ ҙә ҡотҡоларға дусар. Беҙ төрлө һәм һәр беребеҙҙең көсһөҙ яҡтарыбыҙ бар. Кемдер енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылыу теләгенә ҡаршы торорға тырыша. Икенселәре мастурбация һәм порнография ҡарау кеүек әшәке ғәҙәттәр менән көрәшә. Ә кемдер асыуын ҡулда тота алмай, кешеләрҙән ҡурҡа йәиһә бөтә нәмәне үҙенсә эшләргә теләй. w24.07 14 б., 3 абз.; 15 б., 5 абз.

Дүшәмбе, 20 июль

Уны ғәфү итегеҙ һәм йыуатығыҙ, юғиһә артыҡ ныҡ көйөнөү уны өмөтһөҙлөккә һалыр (2 Кәр. 2:7).

Аҡһаҡалдар ысын йөрәктән тәүбә иткән кешене йыйылышҡа кире ҡабул итмәһә йә йыйылыштағылар уға яратыу күрһәтмәһә, нимә булыр ине? Пауыл әйткәнсә, «артыҡ ныҡ көйөнөү уны өмөтһөҙлөккә һалыр» ине. Ул, Йәһүәгә бер ҡасан да хеҙмәт итә алмам, тип уйлай алыр ине. Бәлки, Алла менән дуҫлығын ҡайтарырға тырышлыҡтар һалмаҫ ине. Тәүбә иткән кешене кисерергә теләмәгән ҡәрҙәштәр Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя алған. Ни өсөн? Сөнки шул саҡта улар мәрхәмәтле Йәһүәнең ҡарашын түгел, ә аяуһыҙ һәм мәрхәмәтһеҙ Шайтандың ҡарашын сағылдырыр ине. Шайтан улар аша был кешене рухи яҡтан ҡаҡшата алыр ине (2 Кәр. 2:10, 11; Эфес. 4:27). w24.08 17 б., 7, 10, 11 абз.

Шишәмбе, 21 июль

[Мәсих] юғарыға күтәрелеп... кешеләргә бүләк өләште (Эфес. 4:8).

Ғайса Мәсих йыйылыштарға хеҙмәт ярҙамсыларын һәм аҡһаҡалдарҙы ғына түгел, шулай уҡ район күҙәтеүселәрен дә биргән. Ни өсөн? Йыйылыштарҙы нығытыр өсөн (Илс. 15:40, 41). Уның етәкселеге аҫтында Йәрүсәлимдәге аҡһаҡалдар Пауылды, Барнабты һәм башҡа ирҙәрҙе төрлө йыйылыштарға ебәргән (Илс. 11:22). Район күҙәтеүселәренең ҡул ҡаушарып ултырырға ваҡыттары юҡ. Ҡайһы бер йыйылыштарға барып етер өсөн йөҙәрләгән саҡрым юлдар үтергә тура килә. Аҙна һайын район күҙәтеүсеһе бер нисә телмәр менән сығыш яһай, ҡәрҙәштәрҙе рухландырыр өсөн уларға килеп китә, пионерҙар һәм аҡһаҡалдар менән осрашыуҙар, шулай уҡ вәғәз осрашыуҙары үткәрә. Ул район конгрестары һәм региональ конгрестар ойоштора һәм унда телмәрҙәр һөйләй. Район күҙәтеүсеһе пионерҙар мәктәбендә уҡыта, райондағы пионерҙар менән махсус осрашыу ойоштора һәм филиалдың башҡа йөкләмәләрен үтәй. Был йөкләмәләрҙең ҡайһы берҙәре бик ашығыс булырға мөмкин. w24.10 21 б., 12, 13 абз.

Шаршамбы, 22 июль

Енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм (Йәр. 31:34).

Бөгөнгө аятта Йәһүәнең Йәрәмиә пәйғәмбәр аша әйткән һүҙҙәре килтерелә. Был фекерҙе илсе Пауыл да Еврейҙарға 8:12-лә ҡабатлаған. Ниндәй мәғәнәлә Йәһүә «иҫенә төшөрмәй»? Изге Яҙмала «иҫкә төшөрөү» тигән һүҙ һәр ваҡытта ла «үткәндәрҙә булғанды уйлауҙы» аңлатмай. Ул ниндәйҙер эште үҙ эсенә алырға мөмкин. Мәҫәлән, Ғайсаның янында аҫылынып торған енәйәтсе: «Ғайса, Батшалығыңа килгәс, мине иҫеңә төшөр», — тип үтенгән (Лука 23:42, 43). Ул Ғайсаның уны иҫенә төшөрөүен генә түгел, ә уның өсөн нимәлер эшләүен һораған. Яуап итеп Ғайса был кешене терелтергә вәғәҙә биргән. Шуға күрә Йәһүә, гонаһтарығыҙҙы «башҡаса иҫемә төшөрмәм», тип әйтә икән, тимәк, ул беҙҙе кисергән. Алла улар өсөн беҙгә бөгөн дә, киләсәктә лә яза бирмәйәсәк. w25.02 10—11 б., 14, 15 абз.

Кесаҙна, 23 июль

Мөҡәддәс Алланы белеү — зирәклек! (Ғиб. һүҙ. 9:10).

Беҙгә Йәһүәнең ниндәй икәнен, уның ниәте нимәлә, ул нимәне ярата, ә нимәне нәфрәт итә икәнен аңларға кәрәк. Шуға күрә үҙегеҙҙән: «Йәһүәне белеүем уны һөйөндөргән ҡарар ҡабул итергә нисек ярҙам итер?» — тип һорағыҙ (Эфес. 5:17.) Йәһүәне шатландырыр өсөн, ҡай саҡ туғандарыбыҙҙы күңелһеҙләндерергә тура килә. Миҫал килтерәйек. Ҡайһы бер ата-әсәләр, яҡшы ниәттәрҙән сығып, ҡыҙын бай, әммә рухилығын иғтибарһыҙ ҡалдырған кешегә кейәүгә сығырға мәжбүр итә. Улар, әлбиттә, ҡыҙының мохтажлыҡта йәшәүен теләмәй. Ләкин ҡыҙ үҙенән: «Уға кейәүгә сыҡһам, ул миңә Йәһүә менән дуҫлығымды нығытырға ярҙам итерме?» — тип һорай ала. Йәһүә был хәлгә нисек ҡарай? Яуапты Матфай 6:33-тә табып була. Был аят мәсихселәрҙе Батшалыҡты һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуйырға дәртләндерә. Атай-әсәйебеҙҙе һәм башҡаларҙы хөрмәт итһәк тә, беҙҙең өсөн иң мөһиме — Йәһүәнең хуплауын алыу. w25.01 17 б., 9, 10 абз.

Йома, 24 июль

Раббы иһә янымда булды һәм... миңә ҡеүәт бирҙе (2 Тим. 4:17).

Бөгөн беҙ йыш ҡына ҡаршылыҡтар менән осрашабыҙ (Асыл. 12:17). Шуға күрә вәғәзләүебеҙҙе дауам итер өсөн, беҙгә Йәһүәнең ярҙамы бик кәрәк. Йәһүәнең беҙҙе нығытасағын ҡайҙан беләбеҙ? Яхъя китабының 17-се бүлегендә Ғайсаның доғаһы яҙылған. Ғайса Йәһүәнән илселәрен һаҡлап тороуы тураһында һораған. Йәһүә уның үтенесенә яуап биргән. Илселәр китабында Алланың мәсихселәргә, ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, ашҡынып вәғәзләргә ярҙам итеүенә күп дәлилдәр килтерелә. Үҙ доғаһында Ғайса Йәһүәнән илселәрен генә түгел, ә уларҙың һүҙҙәренә ышанғандарҙы ла һаҡлауын һораған. Тимәк, ул һинең турала ла әйткән. Йәһүә илселәргә ярҙам иткән кеүек, һиңә лә ярҙам итәсәк (Яхъя 17:11, 15, 20). Ахыр яҡынлашҡан һайын, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү, моғайын, тағы ла ауырыраҡ булыр. Ләкин беҙгә кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәк (Лука 21:12—15). w25.03 17—18 бб., 13, 14 абз.

Шәмбе, 25 июль

Минең хеҙмәтселәрем йөрәктәре шатлыҡ менән тулғанға ҡыуанып ҡысҡырыр (Ишағ. 65:14, ЯДТ).

Алла хеҙмәтселәренең йөрәктәре рәхмәт тойғоһо менән тулы булғанға, улар «ҡыуанып ҡысҡыра». Беҙ Йәһүәгә хәҡиҡәт, Изге Яҙмалағы вәғәҙәләр һәм Мәсихтең ҡорбанына нигеҙләнгән ныҡлы өмөт өсөн рәхмәттәр әйтәбеҙ. Ә ҡәрҙәштәребеҙ менән был фатихалар тураһында фекер алышҡанда, беҙ ни тиклем бәхетле икәнебеҙҙе тағы ла яҡшыраҡ аңлайбыҙ! (Зәб. 34:8; 133:1—3). Йәһүә халҡы араһында булған яратыу менән берҙәмлек — рухи ожмахтың ике төп үҙенсәлеге. Беҙ инде хәҙер йыйылыштарҙа яҡшы мөхит булдырырға тырышабыҙ. Ә яңы донъяла беҙ быны тағы ла яҡшыраҡ эшләйәсәкбеҙ (Кол. 3:14). Кешеләр рухи ожмахтың ниндәй булыуын тойғас ҡына, ысынлап та бәхетле һәм ҡәнәғәт булыуҙың нимә икәнен аңлар. Бәлки, улар элек Йәһүә шаһиттары тураһында күп насар нәмәләр ишеткәндер. Ләкин, йыйылыш осрашыуҙарына килеп, улар беҙҙе Йәһүә фатихалағанына инаныр (Ишағ. 65:15). w24.04 21 б., 7, 8 абз.

Йәкшәмбе, 26 июль

Бер-берегеҙҙе... өгөтләп, ышаныс өҫтәгеҙ (1 Тис. 5:11).

Никахҡа инергә теләгән ҡәрҙәштәргә һәр беребеҙ нисек терәк була ала? Беренсенән, нимә һөйләүебеҙгә иғтибарлы булырға кәрәк (Эфес. 4:29). Үҙегеҙҙән: «Никах тураһында уйлаған ҡәрҙәштәрҙән мин шаяртаммы? Никахҡа инмәгән ир ҡәрҙәш менән ҡыҙ ҡәрҙәш аралашһа, мин үҙемде нисек тотам? „Улар бер-береһенә ғашиҡ булған ахыры?“ — тип уйламайыммы?» (1 Тим. 5:13). Икенсенән, беҙҙең һүҙҙәр арҡаһында ҡәрҙәштәр, улар никахта тормаһа, тимәк, улар кәмселекле, тип уйлай башламаҫмы? Шуға күрә һәр мөмкинлекте ҡулланып, ҡәрҙәштәрҙе маҡтаһаҡ, хәйерлерәк булыр! Берәй егет менән ҡыҙ яҡшы пар булыр кеүек күренһә, нимә эшләргә? Изге Яҙма, башҡаларҙың хистәрен иҫәпкә алығыҙ, тип киҫәтә (Рим. 15:2). Никахта тормаған күп кенә мәсихселәр уларҙы кем менәндер таныштырыуҙарын теләмәй, һәм беҙ уларҙың теләктәрен хөрмәт итергә тейеш (2 Тис. 3:11). Башҡалары иһә ярҙамдан баш тартмай, ләкин улар беҙҙе һорамаһа, уларҙың эшенә ҡыҫылырға кәрәкмәй (Ғиб. һүҙ. 3:27). w24.05 24—25 бб., 14, 15 абз.

Дүшәмбе, 27 июль

Уларҙың ҡаяһы беҙҙең Ҡая һымаҡ түгел (Ҡан. 32:31).

Беҙ үҙгәреүсән донъяла йәшәйбеҙ. Ҡайһы бер ваҡиғалар тормошобоҙҙо аҫтын-өҫкә әйләндерергә мөмкин. Әммә, бәхеткә ҡаршы, беҙ яңғыҙ түгел — Аллабыҙ һәр ваҡыт яныбыҙҙа. «Йәһүә — тере Алла» һәм һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер (Зәб. 17:47). Шуныһы ҡыҙыҡ: Дауыт Йәһүәне тере Алла тип атап, уны шунда уҡ тере булмаған ҡая менән сағыштырған. Дауыт нимәне күҙ уңында тотҡан? Йәһүәне данлаған күп кенә хеҙмәтселәр уны ҡая менән сағыштырған. Ни өсөн Изге Яҙмала шундай сағыштырыу ҡулланыла? Был сағыштырыу беҙҙең иғтибарыбыҙҙы Алланың ҡайһы бер иҫ киткес сифаттарына йүнәлтә. Беренсе тапҡыр Йәһүә ҡая тип Ҡанун 32:4-тә атала. Шулай уҡ Анна үҙ доғаһында «Аллабыҙға оҡшаш ҡая юҡ» тигән (1 Шам. 2:2). Абаҡум пәйғәмбәр Йәһүәгә: «Ҡаям минең», — тип өндәшкән (Аб. 1:12). 73-сө мәҙхиәне яҙыусы Алла тураһында «йөрәгемдең ҡаяһы» тигән (Зәб. 73:26, ЯДТ). Хатта Йәһүә лә үҙен «Ҡая» тип атаған (Ишағ. 44:8). w24.06 26 б., 1, 3 абз.

Шишәмбе, 28 июль

Бөтөн йөрәге менән Раббыға ынтылған Йеһошафат (2 Йыл. 22:9).

Йәһүәне һөйөндөргән батшалар уға бөтә йөрәктән хеҙмәт иткән. Мәҫәлән, Иосия тураһында Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Бөтә йөрәге, бөтә йәне һәм бөтә көсө менән Йәһүәгә таба боролған Иосия кеүек бүтән батша уға ҡәҙәр ҙә, унан һуң да һис булманы» (2 Бат. 23:25). Ә ғүмеренең аҙағында хаҡ юлдан тайпылған Сөләймән тураһында беҙ нимә беләбеҙ? «Уның йөрәге... Аллаһы Йәһүәгә инде тулыһынса тоғро түгел ине», — тип яҙылған Алла Һүҙендә (1 Бат. 11:4). Башҡа бер насар батша — Әбйәм тураһында беҙ былай тип уҡыйбыҙ: «[Ул] Аллаһы Йәһүәгә тулыһынса тоғро түгел ине» (1 Бат. 15:3). Изге Яҙмала «йөрәк» тигән һүҙ беҙҙең эске асылыбыҙҙы, йәғни теләктәребеҙҙе, уйҙарыбыҙ, ынтылыштарыбыҙ, ҡараштарыбыҙ, һәләттәребеҙ, эске ниәттәребеҙ һәм маҡсаттарыбыҙҙы үҙ эсенә ала. Йәһүәгә бөтә йөрәктән хеҙмәт итеү үҙ эсенә нимә ала? Кешенең Аллаға «исем өсөн генә» түгел, ә уға яратыуҙан һәм тәрән хөрмәт итеүҙән сығып табыныуын аңлата. Ул был мөхәбәтте һәм тоғролоҡто ғүмер буйы һаҡлай. w24.07 21 б., 4, 5 абз.

Шаршамбы, 29 июль

Барса ғәйебемде юйып ташла (Зәб. 50:11).

Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы нисек юйғанын күрһәтер өсөн тағы бер миҫал ҡуллана. «Енәйәттәреңде — томан, гонаһтарыңды болот һымаҡ тараттым», — тип әйтә ул (Ишағ. 44:22). Йәһүә гонаһтарҙы кисергәндә болотто таратҡандай тарата. Һөҙөмтәлә ул беҙгә лә, уға ла күренмәй. Йәһүә беҙҙе кисергән икән, тимәк, беҙгә үҙебеҙҙе ғәйепләп, борсолорға кәрәкмәй, сөнки гонаһ өҫтөбөҙҙә юйылмаған тап кеүек ғүмерлеккә ҡалмай. Ғайса Мәсихтең ҡаны бурыстарыбыҙҙы тулыһынса юҡ итә. Хатта был бурыстар тураһындағы яҙыуҙар ҙа инде юҡ. Эйе, тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе тап шулай итеп кисерә лә. Йәһүәнең мәрхәмәте беҙгә уның дуҫы булып китергә мөмкинлек бирә. Уның кисереүе беҙгә ғәйеп тойғоһонан арынырға ярҙам итә. w25.02 10 б., 11—14 абз.

Кесаҙна, 30 июль

Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә [йүнәлтә] (Рим. 2:4).

Комитеттарҙа хеҙмәт иткән аҡһаҡалдар Йәһүә алдында йыйылыштың таҙалығы өсөн яуаплы (1 Кәр. 5:7). Улар гонаһ ҡылған мәсихсегә тәүбәгә килергә ярҙам итер өсөн, көстәренән килгәндең барыһын эшләй. Шулай итеп аҡһаҡалдар уның үҙгәреүенә һәм тырышлыҡтары бушҡа түгел икәненә өмөтләнә. Ни өсөн? Улар «йәлләүсән һәм мәрхәмәтле» Йәһүәнән өлгө алырға теләй (Яҡ. 5:11). Олоғайған илсе Яхъяның ниндәй рух сағылдырғанына иғтибар итегеҙ. Ул былай тип яҙған: «Һөйөклө балаларым, мин быларҙы һеҙ һис ниндәй гонаһ ҡылмаһын өсөн яҙам. Ә инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Атабыҙ янында ярҙамсыбыҙ — тәҡүә Ғайса Мәсих бар» (1 Яхъя 2:1). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәсихсе тәүбә итмәгән осраҡтар ҙа була. Шулай булһа, ул йыйылыштан ситләштерелергә тейеш. w24.08 25 б., 19, 20 абз.

Йома, 31 июль

Иманда ныҡ тороғоҙ (1 Кәр. 16:13).

Ҡайһы ваҡытта һеҙ үҙегеҙҙе башҡалар менән сағыштыраһығыҙҙыр. Улай эшләмәгеҙ, сөнки Йәһүә һеҙҙе бер кем менән дә сағыштырмай (Ғал. 6:4). Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Мәрйәм Ғайсаға бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард майы бүләк иткән (Яхъя 12:3—5). Ә ярлы тол ҡатын ғибәҙәтханала иғәнә итеп ике ваҡ тәңкә һалған (Лука 21:1—4). Әммә Ғайса ул ике ҡатынды сағыштырмаған. Уның өсөн бүләктең ҡиммәтлеге түгел, ә уларҙың иманы мөһим булған. Йәһүә лә үҙ хеҙмәтселәренә шулай уҡ ҡарай. Шуға күрә иман менән яратыуҙан сығып эшләгән эштәрегеҙ уның өсөн бик ҡиммәтле. Һәр беребеҙҙең ваҡыт-ваҡыт шиктәре тыуа. Әммә Изге Яҙма ярҙамы менән беҙ уларҙы еңә алабыҙ. Шиктәр урынына ышаныс килер. Мәҫәлән, Йәһүәнең шәхсән һеҙҙең менән ҡыҙыҡһыныуына ышаныс үҫер. Ул ҡорбандарға барыуығыҙҙы ҡәҙерләй һәм мотлаҡ бүләкләйәсәк. Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен бик ныҡ ярата һәм улар тураһында ҡайғырта. w24.10 25 б., 3 абз.; 29 б., 17, 18 абз.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2026)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2026 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу