Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • es26
  • Апрель

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Апрель
  • Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2026
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Шаршамбы, 1 апрель
  • ИҪКӘ АЛЫУ КИСӘҺЕ
    Ҡояш байығандан һуң
    Кесаҙна, 2 апрель
  • Йома, 3 апрель
  • Шәмбе, 4 апрель
  • Йәкшәмбе, 5 апрель
  • Дүшәмбе, 6 апрель
  • Шишәмбе, 7 апрель
  • Шаршамбы, 8 апрель
  • Кесаҙна, 9 апрель
  • Йома, 10 апрель
  • Шәмбе, 11 апрель
  • Йәкшәмбе, 12 апрель
  • Дүшәмбе, 13 апрель
  • Шишәмбе, 14 апрель
  • Шаршамбы, 15 апрель
  • Кесаҙна, 16 апрель
  • Йома, 17 апрель
  • Шәмбе, 18 апрель
  • Йәкшәмбе, 19 апрель
  • Дүшәмбе, 20 апрель
  • Шишәмбе, 21 апрель
  • Шаршамбы, 22 апрель
  • Кесаҙна, 23 апрель
  • Йома, 24 апрель
  • Шәмбе, 25 апрель
  • Йәкшәмбе, 26 апрель
  • Дүшәмбе, 27 апрель
  • Шишәмбе, 28 апрель
  • Шаршамбы, 29 апрель
  • Кесаҙна, 30 апрель
Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2026
es26

Апрель

Шаршамбы, 1 апрель

Атамдың ихтыяры буйынса, Улын таныған һәм уға инанған һәр кем мәңгелек тормош алыр (Яхъя 6:40).

Кеше мәңге йәшәргә теләһә, ул Ғайсаның йолом ҡорбанына ышанырға тейеш (Эфес. 1:7). «Бүтән һарыҡтар» Хужа кисәһендә икмәк менән шараптан ауыҙ итергә тейеш түгел (Яхъя 10:16). Ләкин улар, Мәсихтең йолом ҡорбанына инанып, күсмә мәғәнәлә «тормош икмәген» ашай, тип әйтеп була (Яхъя 6:53). Хужа кисәһендә шараптан һәм икмәктән ауыҙ иткәндәр яңы килешеүҙә ҡатнашыуҙарын һәм күктәге Батшалыҡта батша буласаҡтарын күрһәтә. Беҙ бөтәбеҙ ҙә — майланғандар ҙа, бүтән һарыҡтар ҙа — йолом ҡорбанына ышанырға тейеш. Шул саҡта ғына беҙ мәңгелек тормошҡа эйә буласаҡбыҙ. w24.12 13 б., 14, 16 абз.

Иҫкә алыу кисәһе уңайынан Изге Яҙманы уҡыу: (12-се нисан, көндөҙгө ваҡиғалар) Матфай 26:1—5, 14—16; Лука 22:1—6

ИҪКӘ АЛЫУ КИСӘҺЕ
Ҡояш байығандан һуң
Кесаҙна, 2 апрель

Ҡурҡма, бәләкәй көтөү, сөнки Атағыҙ һеҙгә Батшалыҡты бирергә теләй (Лука 12:32).

Хужаның киске ашында Ғайса илселәренә сөсө икмәк биргән һәм был икмәк уның тәнен символлаштырған. Шунан ул уларға шарап биргән һәм был «килешеү ҡанымды» аңлата тигән (Марк 14:22—25; Лука 22:20; 1 Кәр. 11:24). Шулай итеп, тағы бер мөһим нескәлек: Ғайса килешеү тураһында әйтә. Яңы килешеүҙе Йәһүә «Алланың Батшалығында» Ғайса Мәсих менән бергә идара итәсәк рухи Исраил менән генә төҙөгән (Евр. 8:6, 10; 9:15). Ғайсаның Хужа кисәһендә әйткән һүҙҙәре тик «бәләкәй көтөүгә» генә ҡағылған. Был төркөмгә беренсе булып уның тоғро илселәре ингән. Тап улар өсөн күктә Ғайса янында урын әҙерләнгән. w24.12 11 б., 9, 10 абз.

Иҫкә алыу кисәһе уңайынан Изге Яҙманы уҡыу: (13-сө нисан, көндөҙгө ваҡиғалар) Матфай 26:17—19; Марк 14:12—16; Лука 22:7—13 (14-се нисан, ҡояш байығандан һуң) Яхъя 13:1—5; 14:1—3

Йома, 3 апрель

Алла донъяны шул тиклем ныҡ ярата, хатта Улына ышанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормош алһын өсөн, үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе (Яхъя 3:16).

Дуҫының береһе Ғайсаға хыянат иткән. Һөҙөмтәлә уны ҡулға алғандар, мыҫҡыллағандар һәм ул эшләмәгән енәйәтселектә ғәйепләгәндәр. Һуңыраҡ уны хөкөм иткәндәр һәм язаға тапшырғандар. Һалдаттар, уны язалау урынына алып барып, бағанаға ҡаҙаҡлағандар. Ғайса бик ныҡ ғазапланған, ә Йәһүәнең йөрәк әрнеүе күпкә көслөрәк булған. Йәһүәнең Улының ғазапланыуын туҡтатыр өсөн көсө лә булған, ләкин ул үҙен тотоп ҡалған. Ни өсөн? Ҡайғыртыусан Атайҙы шулай эш итергә мөхәббәт этәргән. Ғайсаның ҡорбаны Йәһүәнең кешеләрҙе яратҡанына көслө дәлил булып тора. Шулай уҡ был ҡорбан Йәһүәнең шәхсән һине ни тиклем ныҡ яратҡанын иҫбатлай. Һине гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡарыр өсөн, Йәһүә үҙендә булғандың иң ҡәҙерлеһен — яратҡан Улын ҡорбан иткән һәм ҙур ҡайғы кисергән (1 Яхъя 4:9, 10). Эйе, ул һәр беребеҙгә гонаһ менән көрәшеүҙә еңеүсе булырға ярҙам итергә теләй! w24.08 6 б., 13, 14 абз.

Иҫкә алыу кисәһе уңайынан Изге Яҙманы уҡыу: (14-се нисан, көндөҙгө ваҡиғалар) Яхъя 19:1—42

Шәмбе, 4 апрель

Мәсих... һеҙҙең хаҡҡа ғазап сикте (1 Пет. 2:21).

Улының ғазаптарына һәм үлеменә юл ҡуйыуы Йәһүәнең беҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡанын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Шайтан, ауырлыҡтар менән осрашҡанда бер кем дә Аллаға тоғро ҡалмаҫ, тип кешеләрҙе ғәйепләгән. Быны кире ҡағыр өсөн, Йәһүә Улын язалап үлтерергә рөхсәт иткән (Әйүп 2:1—5). Йәһүә кешеләрҙең Ғайсаны мыҫҡыллағанын күргән. Ғәскәриҙәр уны ҡамсылағандан һуң бағанаға ҡаҙаҡлаған һәм ыҙаланып үлергә ҡалдырған (Матф. 27:28—31, 39). Йәһүә теләгән ваҡытта уның ғазаптарын бөтөрә алған (Матф. 27:42, 43). Шул саҡта йолом түләнмәҫ ине һәм беҙҙең өмөтөбөҙ булмаҫ ине. Шуға Йәһүә Улының һуңғы һулышына тиклем яфаланыуына юл ҡуйған. w25.01 22 б., 7 абз.

Иҫкә алыу кисәһе уңайынан Изге Яҙманы уҡыу: (15-се нисан, көндөҙгө ваҡиғалар) Матфай 27:62—66 (16-сы нисан, ҡояш байығандан һуң) Яхъя 20:1

Йәкшәмбе, 5 апрель

Ул 40 көн дауамында уларға күп тапҡыр күренде (Илс. 1:3).

Беҙҙең эраның 33 йылының 16 нисан көнө. Ғайсаның шәкерттәрен ҡайғы һәм ҡурҡыу биләп алған. Уларҙың икеһе, Йәрүсәлимдән сығып, Иммаус ауылына юл тота. Юлда шәкерттәргә таныш булмаған бер кеше ҡушыла. Улар уға ни өсөн бойоҡҡандары һәм Ғайса менән нимә булғаны тураһында һөйләй. Ул кеше уларҙы иғтибар менән тыңлай һәм уларҙың тормошон тулыһынса үҙгәрткән бер хәбәр әйтә. Ул «Мусанан һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙән башлап» Мәсихтең ни өсөн ғазаптар сигергә һәм үлергә тейешлеге хаҡында аңлатып бирә. Улар Иммаус ауылына килеп етә һәм, ниһайәт, шәкерттәр был таныш булмаған кешенең терелгән Ғайса икәнен аңлап ҡала! (Лука 24:13—35). Ғайса ерҙәге тормошоноң һуңғы 40 көнө дауамында үҙенең шәкерттәре менән күп тапҡыр осрашҡан. Шул көндәрҙә бойоҡҡан һәм ҡурҡҡан шәкерттәр ҡыйыу вәғәзселәр булып киткән. Хәҙер инде улар Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе дәртләнеп һөйләргә һәм башҡаларға Мәсихтең шәкерттәре булып китергә ярҙам итергә әҙер. w24.10 12 б., 1—3 абз.

Иҫкә алыу кисәһе уңайынан Изге Яҙманы уҡыу: (16-сы нисан, көндөҙгө ваҡиғалар) Яхъя 20:2—18

Дүшәмбе, 6 апрель

Изгеләрҙән-изге иманығыҙ ярҙамында үҙегеҙҙе нығытығыҙ (Йәһ. 20).

Физик яҡтан кеше үҙенән-үҙе үҫә. Әммә рухи яҡтан үҫер өсөн тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Мәҫәлән, Коринфтағы мәсихселәр һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул иткән, һыуға сумдырылған һәм изге рух алған. Уларҙы илсе Павел үҙе өйрәткән (Илс. 18:8—11). Шулай ҙа, һыуға сумдырылғандан һуң йылдар үтһә лә, күптәр рухи яҡтан сабый булып ҡалған (1 Кәр. 3:2). Рухи яҡтан етлеккән булыр өсөн тәүҙә теләк кәрәк. «Тәжрибәһеҙлекте» һөйгәндәр һәм үҙгәрергә теләмәгәндәр рухи яҡтан сабый булып ҡала (Ғиб. һүҙ. 1:22). Олоғайған, әммә ата-әсәһенең уның өсөн ҡарар ҡабул итеүен көтөп ултырған кешегә оҡшаш булырға теләмәйбеҙ. Киреһенсә, рухи үҫешебеҙ өсөн үҙебеҙ яуаплы булырға әҙербеҙ. Әгәр нимәнелер үҙгәртергә кәрәк икәнен аңлаһаҡ, әйҙәгеҙ, Йәһүәгә доға ҡылайыҡ һәм унан «теләк тә, һәләт тә» һорайыҡ (Флп. 2:13). w24.04 4 б., 9, 10 абз.

Шишәмбе, 7 апрель

Йәһүә... бер кемдең дә һәләк ителеүен теләмәй (2 Пет. 3:9).

Йәзәкил 33:11-ҙә Йәһүәнең кешеләрҙе хөкөм иткәндә нимә хис иткәне яҙылған. Йәһүә етди сәбәбе булмай тороп бер кемде лә мәңгегә юҡ итмәй. Беҙ быны яҡшы беләбеҙ. Ул шәфҡәтлеккә бай һәм был сифатын мөмкинлек булғанда гел сағылдыра. Терелмәйәсәк кешеләр тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Изге Яҙмала туранан-тура бер нисә кеше тураһында ғына әйтелә. Ғайса, Йәһүҙә Искариот терелмәйәсәк, тип асыҡ аңлатҡан (Марк 14:21; шулай уҡ Яхъя 17:12-не ҡарағыҙ). Йәһүҙә белә тороп Йәһүәгә һәм уның Улына ҡаршы сыҡҡан. (Марк 3:29-ҙы һәм был аятҡа «Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмала» (тат) комментарийҙы ҡарағыҙ.) Бынан тыш, Ғайса, уға ҡаршы булған ҡайһы бер дини етәкселәрҙең терелеүгә өмөтө юҡ, тигән (Матф. 23:33). Илсе Павел, тәүбә итмәгән мөртәттәр терелмәйәсәк, тип яҙған (Евр. 6:4—8; 10:29). w24.05 4 б., 10, 11 абз.

Шаршамбы, 8 апрель

Раббы Үҙенә тоғроларҙы ҡурсалар (Зәб. 30:24).

Беҙ Йәһүә менән булғанда Шайтан беҙгә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерә алмай (1 Яхъя 3:8). Ә яңы донъяла Йәһүә үҙенең тоғро дуҫтарын рухи ҡурҡыныстарҙан ғына түгел, хатта үлемдән дә яҡлаясаҡ (Асыл. 21:4). Йәһүәнең сатырында ҡунаҡ булыу — ҙур хөрмәт. Был Алланың дуҫы булыу тигәнде аңлата (Йәз. 37:27). Һәм был дуҫлыҡ мәңге була ала. Йәһүәгә шундай ҡунаҡсылығы өсөн нисек рәхмәтле була алабыҙ? Мәҫәлән, һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырһалар, һеҙ бит унда үҙ ҡағиҙәләрегеҙҙе урынлаштырмайһығыҙ. Шуның шикелле, Алланың үҙ ҡунаҡтарынан нимә көткәнен белеү мөһим. Беҙ Йәһүәне яратабыҙ, шуға күрә «Уның күңеленә ятышлы булып» йәшәргә теләйбеҙ (Кол. 1:10). Беҙгә уға ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт сағылдырырға кәрәк. Был беҙгә үҙебеҙҙе тикшереп торорға һәм тәртибебеҙ менән уны рәнйетмәҫкә ярҙам итер. Беҙҙең маҡсатыбыҙ — Алла юлында тыйнаҡ йөрөү (Миҡ. 6:8). w24.06 4 б., 8, 9 абз.

Кесаҙна, 9 апрель

Енәйәтселәрҙең дә яҡлаусыһы булды (Ишағ. 53:12).

Йәһүә Ибраһимдан улы Исхаҡты ҡорбанға килтереүен һораған. Ибраһим өсөн был ни тиклем ҙур ҡайғы булғанын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Шулай ҙа ул Йәһүә әйткәнсә эшләгән. Ләкин һуңғы мәлдә Алла уны туҡтатҡан. Был осраҡ Аллаға ышанған бөтә кешеләрҙе мөһим хәҡиҡәткә өйрәтә: әгәр Йәһүә үҙенең һөйөклө Улын ҡорбанға бирергә әҙер булған икән, тимәк, ул кешеләрҙе бик ныҡ ярата (Баш. 22:1—18). Быуаттар үткәс, Йәһүә исраилдарға ҡанун биргән. Был ҡанун буйынса, улар үҙ гонаһтары өсөн ҡорбандар килтерергә тейеш булған (Либ. 4:27—29; 17:11). Ул ҡорбандар киләсәктә ҙурыраҡ ҡорбан килтереләсәгенә күләгә булып торған. Пәйғәмбәрҙәр, Алла тарафынан рухландырылып, вәғәҙә ителгән тоҡомдоң — Алла Улының — ғазап сигәсәге һәм үләсәге тураһында әйткән. Йәһүә кешеләрҙе, шул иҫәптән һине лә, гонаһ һәм үлемдән ҡотҡарыр өсөн үҙенең яратҡан Улын ҡорбанға килтергән! (Ишағ. 53:1—12). w24.08 4 б., 7, 8 абз.

Йома, 10 апрель

Нисек яратам мин ҡануныңды! Көн оҙоно уның хаҡында уйлайым (Зәб. 118:97).

Изге Яҙманы уҡыу ғына әҙ, иң мөһиме — белгәндәрҙе ҡулланыу. Ниндәйҙер өҙөктө уҡып сыҡҡас, үҙегеҙҙән: «Был хәбәр миңә хәҙер йә яҡын киләсәктә ҡайһы яҡтан файҙалы булыр?» — тип һорағыҙ. Мәҫәлән, һеҙ 1 Тисалуникаларға 5:17, 18-ҙе уҡынығыҙ, ти. Һеҙ туҡтап: «Мин ни тиклем йыш доға ҡылам? Доғаларым ысын күңелдәнме?» — тип уйлайһығыҙ. Шунан һеҙ Йәһүәгә нимә өсөн рәхмәтле булғанығыҙҙы иҫкә төшөрәһегеҙ һәм уға, мәҫәлән, өс бүләк өсөн рәхмәтегеҙҙе белдерәһегеҙ. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, һеҙ нимәгә ирештегеҙ? Бер нисә минут ҡына Изге Яҙманы уҡып, һеҙ Йәһүәнең кәңәштәрен ишетеп кенә ҡалманығыҙ, уларҙы ҡулландығыҙ ҙа. Көн дә шулай эшләһәгеҙ, һеҙ Алла Һүҙендә яҙылғандарҙы тағы ла яҡшыраҡ үтәй алырһығыҙ. w24.09 4—5 бб., 9, 10 абз.

Шәмбе, 11 апрель

Һаҡ булығыҙ, хеҙмәтебеҙ килтергән емештәрҙе юғалтып ҡуймағыҙ, шул саҡта бүләкте тулыһы менән алырһығыҙ (2 Яхъя 8).

Йәһүә беҙҙе ғәжәйеп итеп барлыҡҡа килтергән. Беҙ алыуға ҡарағанда биреүҙә күберәк бәхет табабыҙ. Ҡәҙерле ҡәрҙәштәребеҙгә изгелек эшләү беҙгә бик оҡшай. Уларҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү күңелебеҙҙе күтәрә. Рәхмәт һүҙҙәрен ишетәбеҙме-юҡмы, беҙ дөрөҫ эш иткәнебеҙгә шатбыҙ. Бер ҡасан да онотмағыҙ: башҡаларға нимә генә бирһәгеҙ ҙә, Йәһүә һеҙгә «унан да күпте бирә ала» (2 Йыл. 25:9). Йәһүә бит — иң йомарт шәхес. Ә унан рәхмәт һүҙҙәре ишетеүҙән дә яҡшыраҡ нәмә бармы? Шуға күрә, әйҙәгеҙ, артабан да күктәге Атабыҙҙың йомарт булыуын өлгө итеп алайыҡ! w24.09 30—31 бб., 20, 21 абз.

Йәкшәмбе, 12 апрель

Бар күңелемдән Һиңә шөкөр итермен, Хакимым Аллам! Мәңге Һинең исемеңде ололармын (Зәб. 85:12).

Йәһүә шәфҡәтле һәм миһырбанлы (Зәб. 102:13; Ишағ. 49:15). Йәһүә һиҙгер: беҙ ғазапланғанда, ул да ғазаплана (Зәк. 2:8). Ул беҙгә үҙенең дуҫтары булып китергә ярҙам итә (Зәб. 24:14; Илс. 17:27). Өҫтәүенә, ул баҫалҡы — «Ул күккә һәм ер йөҙөнә эйелеп ҡарай. Ул ярлыны тупраҡтан күтәрә» (Зәб. 112:6, 7). Эйе, Аллабыҙ данға лайыҡ! Беҙ Йәһүәне данлайбыҙ, сөнки башҡаларҙың уның тураһында дөрөҫөн белеүен теләйбеҙ. Күптәр Йәһүәнең ысынында кем икәнен белмәй. Ни өсөн? Сөнки Шайтан Алла тураһында күп ҡот осҡос ялған таратып, «уларҙың аҡылын томалаған» (2 Кәр. 4:4). Шайтан кешеләрҙе Йәһүәнең үс алыусан һәм вайымһыҙ булыуына ышандырған. Шулай уҡ ул, Алла бөтә бәлә-ҡазаларыбыҙҙа ғәйепле, тип раҫлай. Ләкин беҙ күктәге Атабыҙ тураһында дөрөҫөн беләбеҙ! Беҙ уны башҡаларға һөйләй алабыҙ. Шулай эшләп, беҙ Алланы маҡтайбыҙ (Ишағ. 43:10). w25.01 3 б., 6, 7 абз.

Дүшәмбе, 13 апрель

Шайтан... бөтә донъяны алдаусы (Асыл. 12:9).

Алланың улы Ғайса гонаһһыҙ булһа ла һәм күп мөғжизәләр ҡылһа ла, Шайтан кешеләр аша уның тураһында күп ялған таратҡан. Мәҫәлән, дин әһелдәре, Ғайса «ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара» тигән (Марк 3:22). Ғайса хөкөмгә тартылғанда, дин әһелдәре уны көфөр һүҙ һөйләүҙә ғәйепләгән һәм халыҡты уның үлемен талап итергә ҡотортҡан (Матф. 27:20). Һуңыраҡ Ғайсаның шәкерттәре һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләгәндә, дошмандар, «йәһүд булмағандарҙы [уларға] ҡаршы ҡотортоп, уларға ҡарата асыу» һеңдергән (Илс. 14:2, 19). «Күҙәтеү манараһы» 1998 йылдың 1 декабрь сығарылышында Илселәр 14:2-гә ошондай комментарий бирелгән ине: «Йәһүдтәр — мәсихселәр диненең дошмандары — һөйөнөслө хәбәрҙе кире ҡағып ҡына ҡалмаған, улар ялған таратҡан һәм йәһүд булмағандарҙы Ғайсаның шәкерттәренә ҡаршы ҡотортҡан». Шайтан бөгөн дә «донъяны алдаусы» булып ҡала. w24.04 11 б., 15, 16 абз.

Шишәмбе, 14 апрель

Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме? (Баш. 18:25).

Кешенең мәңге йәшәү-йәшәмәүе уның ҡасан үләсәгенә бәйле түгел. Йәһүә — камил Хөкөмсө һәм ул ғәҙел һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә (Зәб. 33:4, 5). Беҙ «Бөтә ерҙең Хөкөмдарының» ғәҙел эш итәсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Шулай уҡ кешенең мәңгелек тормошҡа эйә булыу-булмауы уның хәҙер ҡайҙа йәшәгәненә бәйле түгел. Бөгөн миллионлаған кеше Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ишетергә мөмкинлек булмаған илдәрҙә йәшәй. Йәһүәнең уларҙы шул илдә йәшәгәнгә күрә «кәзәләр» иҫәбенә индереүе башҡа һыймаҫлыҡ! (Матф. 25:46). Бөтә ерҙең ғәҙел Хөкөмсөһө был кешеләр хаҡында беҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡайғыра. Йәһүә бөйөк афәт ваҡытында ваҡиғаларҙы ҡайһы яҡҡа йүнәлтәсәген беҙ белмәйбеҙ. Ләкин ул бөтә халыҡтар алдында үҙ изгелеген күрһәткәндә, бәлки, был кешеләрҙең ҡайһы берҙәре уға ышаныр һәм уның яғына баҫыр (Йәз. 38:16). w24.05 12 б., 14, 15 абз.

Шаршамбы, 15 апрель

Бер-берегеҙҙе... яратығыҙ (Яхъя 15:12).

Йәһүәнең хеҙмәтселәре бер-береһенә ярҙам итергә ярата (2 Кәр. 8:4). Ҡайһы саҡта, мәҫәлән һуғыш ваҡытында, бының өсөн батырлыҡ кәрәк. Ҡәрҙәштәребеҙҙең Изге Яҙмаһы, әҙәбиәттәре, ризығы йә кейергә кейеме булмаҫҡа мөмкин. Ҡайғыртыусан аҡһаҡалдар, Йәһүәнең «һарыҡтарына» кәрәкле нәмәләрҙе алып барыр өсөн, үҙ тормоштарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға әҙер. Шундай ауыр шарттарҙа берҙәм булыу бик мөһим. Урындағы филиалдан килгән күрһәтмәләргә тыңлаусан булығыҙ (Евр. 13:17). Йыйылыш ғәҙәттән тыш хәлгә әҙер булһын өсөн һәм нисек эш итергә икәнен белһен өсөн, аҡһаҡалдарға шул күрһәтмәләрҙе даими рәүештә тикшереп тороу мөһим (1 Кәр. 14:33, 40). Ҡыйыу һәм шул уҡ ваҡытта һаҡ булығыҙ (Ғиб. һүҙ. 22:3). Нимәлер эшләр алдынан уйлағыҙ. Ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ. Йәһүәгә таянығыҙ. Ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғыртыр өсөн, ул һеҙгә иң хәүефһеҙ юлды күрһәтер. w24.07 4 б., 8 абз.; 5 б., 11 абз.

Кесаҙна, 16 апрель

Раббыға хәсрәт уртаһынан ялбарҙым... Ҡорамынан ауазыма ҡолаҡ һалды, зарым Уға барып етте (Зәб. 17:7).

Дауыт Йәһүәне белгән һәм уға таянған. Ул Шаул батшанан һәм башҡа дошмандарынан ҡасып йөрөгәндә Йәһүәнән ярҙам эҙләгән. Алла Дауыттың доғаһына яуап биргән һәм уны ҡотҡарған. Рәхмәт йөҙөнән Дауыт: «Йәһүә — тере Алла!» — тип әйткән (Зәб. 18:46, ЯДТ). Был һүҙҙәр менән Дауыт Алланың барлығын танып ҡына ҡалмаған. Бер белешмәлә әйтелгәнсә, ул Йәһүәнең үҙ халҡына һәр ваҡытта ла ярҙам итеп торған тере Алла булыуына ышанысын белдергән. Эйе, Дауыт Йәһүәнең тере Алла булыуын үҙ тормошонда татыған. Ул тәүәккәллек менән артабан да Йәһүәгә хеҙмәт итергә һәм уны данларға теләгән (Зәб. 17:29, 30, 50). Йәһүәнең — тере Алла булыуына ышаныу беҙгә ашҡынып хеҙмәт итергә ярҙам итә. Беҙҙең һынауҙарҙа сыҙам ҡалырға һәм артабан да уға хеҙмәт итергә көсөбөҙ булыр. Шулай уҡ беҙ бер нәмәгә лә беҙҙе Йәһүәнән йыраҡлаштырырға юл ҡуймаҫбыҙ. w24.06 20, 21 бб., 3, 4 абз.

Йома, 17 апрель

Бер кемгә лә үҙегеҙҙе алдарға юл ҡуймағыҙ (2 Тис. 2:3).

Илсе Павелдың фессалоникаларға яҙған хатынан ниндәй һабаҡ алып була? Беҙ ҙә бөгөн шаҡ ҡатырғыс йә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә нигеҙләнмәгән хәбәрҙәр ишетә алабыҙ. Ундай осраҡтарҙа үтә күреүсән булыу мөһим. Советтар Союзында ҡәрҙәштәребеҙ, имеш, баш идаралыҡтан килгән хат алған. Шул хатта ҡәрҙәштәргә айырым ойошма булдырырға кәңәш ителгән. Хат ысын булып күренһә лә, асылда, уны дошмандар яҙған. Әммә тоғро ҡәрҙәштәр алданмаған. Улар был хатта яҙылғандарҙың ойошманың өйрәтеүҙәренә ҡаршы килгәнен аңлаған. Бөгөн дә хәҡиҡәткә ҡаршы килеүселәр заманса технологияларҙы ҡулланып, беҙҙе алдарға һәм арабыҙҙа бүленештәр тыуҙырырға тырыша. Шуға беҙгә аҡыл менән эш итеп ашығыс һөҙөмтәләр яһауҙан һаҡ булырға кәрәк. Үҙебеҙҙе яҡлар өсөн беҙгә уҡығандарыбыҙ һәм ишеткәндәребеҙ инде белгән хәҡиҡәттәргә тура киләме-юҡмы икәнен ентекләп тикшерергә кәрәк (2 Тис. 2:2; 1 Яхъя 4:1). w24.07 12 б.,14, 15 абз.

Шәмбе, 18 апрель

Берәйһе гонаһ ҡылһа, Атабыҙ янында ярҙамсыбыҙ... бар (1 Яхъя 2:1).

Кеше ҡабул итә алған иң мөһим ҡарар — үҙеңде Йәһүәгә бағышлау һәм уның халҡына ҡушылыу. Йәһүә бөтәһенең дә шундай һайлау яһауҙарын теләй. Ни өсөн? Йәһүә кешеләрҙең уның менән дуҫ булыуҙарын һәм мәңге йәшәүҙәрен теләй (Ҡан. 30:19, 20; Ғал. 6:7, 8). Әммә Йәһүә бер кемде лә үҙенә хеҙмәт итергә мәжбүр итмәй. Ул һәр кешегә һайлау мөмкинлеген биргән. Һыуға сумдырылған мәсихсе етди гонаһ ҡылып, Алла ҡанунын боҙһа, уның менән нимә булыр? Әгәр ул тәүбә итмәһә, уны йыйылыштан ситләштерерҙәр (1 Кәр. 5:13). Әммә хатта шул осраҡта ла Йәһүә гонаһ ҡылған кешенең кире ҡайтыуына өмөтләнә. Ысынында, Йәһүәнең тәүбә иткән мәсихсене кисерергә нигеҙе бар, сөнки ул бының өсөн йолом ҡорбаны түләгән. Беҙҙең ҡайғыртыусан Аллабыҙ, гонаһ ҡылғандарға мөрәжәғәт итеп, уларҙы тәүбә итергә саҡыра (Зәк. 1:3; Рим. 2:4; Яҡ. 4:8). w24.08 14 б., 1, 2 абз.

Йәкшәмбе, 19 апрель

Йөрәгеңдә аҡылың булһа, минең йөрәгем дә шатланыр (Ғиб. һүҙ. 23:15).

Илсе Яхъя үҙенең өсөнсө хатын яҙған ваҡытҡа йыйылышта мөртәттәр барлыҡҡа килгән. Улар ялған өйрәтеүҙәр таратҡан һәм бүленештәр тыуҙырған. Ләкин «хәҡиҡәт юлында» йөрөгәндәр ҙә булған. Улар Йәһүәгә буйһонған һәм уның «әмерҙәре буйынса» йәшәгән (2 Яхъя 4, 6). Был тоғро мәсихселәр Яхъяны ғына түгел, ә Йәһүәне лә һөйөндөргән (Ғиб. һүҙ. 27:11). Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Тоғролоҡ шатлыҡ килтерә (1 Яхъя 5:3). Йәһүәнең йөрәген һөйөндөргәндә беҙ бәхетле. Донъя ҡотҡоларын кире ҡағыуыбыҙҙы һәм уның ҡанундары буйынса йәшәүебеҙҙе күреп, Йәһүә ҡыуана. Фәрештәләр ҙә ҡыуана (Лука 15:10). Беҙ ҙә ҡәрҙәштәребеҙҙең Аллаға тоғро ҡалыуҙарын күреп, улар өсөн шатланабыҙ (2 Тис. 1:4). Ә Шайтандың донъяһы юҡ ителгәс, Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлай алғаныбыҙға шатлыҡтан күңелебеҙ ташыр. w24.11 12 б., 17, 18 абз.

Дүшәмбе, 20 апрель

Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен (1 Кәр. 10:24).

Осрашып йөрөргә тәҡдим итер алдынан, күпме көтөргә кәрәк? Әгәр һин шунда уҡ тәҡдим итһәң, түҙемлегең етмәгән кеүек күренергә мөмкин (Ғиб. һүҙ. 29:20). Әгәр инде оҙаҡҡа ҡалдырһаң, һин ҡыйыуһыҙ кеше булып күренерһең, айырыуса ул кеше һинең хистәрең тураһында инде һиҙһә (Вәғ. 11:4). Онотма, осрашып йөрөргә тәҡдим итеүең был кеше менән мотлаҡ никахҡа инергә тейешһең тигәнде аңлатмай. Ләкин һинең никахҡа әҙер булыуыңа һәм был кеше һинең өсөн яҡшы тормош иптәше була алыуына ышанысың булырға тейеш. Кемдеңдер һинең менән ҡыҙыҡһынғанына иғтибар итһәң, нимә эшләргә? Әгәр уның менән осрашырға теләмәһәң, был хаҡта уға әйт. Ул кешенең хистәренә ҡағылыу һәм уға буш өмөт биреү мәрхәмәтһеҙ булыр (Эфес. 4:25). w24.05 22—23 бб., 9, 10 абз.

Шишәмбе, 21 апрель

Кире килеп, һеҙҙе үҙемә алырмын (Яхъя 14:3).

Изге рух менән майланғандар һәм аҙаҡҡа тиклем тоғро ҡалғандар ғына күктәге Батшалыҡҡа алынасаҡ. Әгәр берәй майланған мәсихсе рухи яҡтан уяу булмаһа, ул «һайлап алынғандар» араһында булмаясаҡ (Матф. 24:31). Әммә ерҙә йәшәргә өмөтләнгән мәсихселәр ҙә Ғайсаның иҫкәртеүенә ҡолаҡ һалырға тейеш. Уларға ла уяу һәм тоғро булып ҡалырға кәрәк. Беҙ Йәһүәне яҡшы беләбеҙ һәм уның ҡарарҙарына ышанабыҙ. Әгәр ул бөгөнгө көндәрҙә берәй тоғро мәсихсене изге рухы менән майлаһа, был хаҡта борсолорға кәрәкмәй. Ғайсаның йөҙөм баҡсаһында бер сәғәт кенә эшләгән эшселәр тураһында нимә әйткәнен иҫкә төшөрәйек (Матф. 20:1—16). Улар ҙа, көнө буйы эшләгән эшселәр кеүек, бер үк эш хаҡы алған. Шуның шикелле, тоғро булып ҡалған майланғандар, ҡасан ғына һайланһа ла, күктәге бүләген алыр. w24.09 24 б., 15—17 абз.

Шаршамбы, 22 апрель

Мәсих тә, һеҙ үҙенең эҙҙәренән мөмкин тиклем теүәлерәк барһын өсөн, һеҙгә өлгө ҡалдырып, һеҙҙең хаҡҡа ғазап сикте (1 Пет. 2:21).

Ғайса беҙгә ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында камил үрнәк ҡалдырған. Ул үҙенә ҡарата бик күп ғәйепләү һәм тәнҡитләү һүҙҙәре ишеткән. Туғандары «ул аҡылдан яҙған тип» иҫәпләгән. Дин етәкселәре уның тураһында, ул ендәр менән бергә эш итә, тигән. Ә Рим ғәскәриҙәре унан көлгән, уны мыҫҡыллаған һәм һөҙөмтәлә үлтергән (Марк 3:21, 22; 14:55; 15:16—20, 35—37). Ғайса ныҡ ҡалған һәм уларҙан үс алмаған. Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда беҙ Ғайсанан өлгө ала алабыҙ (1 Пет. 2:21—23). Ул ҡасан һөйләргә, ә ҡасан өндәшмәҫкә икәнен яҡшы белгән (Матф. 26:62—64). Ғайса һәр бер ғәйепләүгә яуап ҡайтарып тормаған (Матф. 11:19). Ул һөйләгәндә эҙәрләүселәрен мыҫҡылламаған һәм уларға янамаған. w24.11 5 б., 9, 10 абз.

Кесаҙна, 23 апрель

Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде (1 Тим. 1:15).

Әйтәйек, һеҙ яҡын дуҫығыҙға бик матур һәм файҙалы бүләк бирҙегеҙ, ә ул уны шкафҡа һалған да онотҡан, ти. Моғайын, был һеҙҙе күңелһеҙләндерер ине. Йә, киреһенсә, дуҫығыҙҙың был бүләк өсөн рәхмәтле булыуын һәм уны ҡулланғанын күрһәгеҙ, ҡыуанырһығыҙ. Был миҫал нимәне күрһәтә? Йәһүә лә беҙгә бүләк — үҙенең ҡәҙерле Улын биргән. Әгәр беҙ уның бүләген һәм яратыуын ҡәҙерләһәк, ул шатлана! (Яхъя 3:16; Рим. 5:7, 8). Ләкин ваҡыт уҙыу менән йоломдо ҡәҙерләмәй башлауыбыҙ һәм уға ғәҙәти нәмәгә кеүек ҡарауыбыҙ бар. Был Алланың ҡиммәтле бүләген шкафҡа йәшереп ҡуйыуға тиң. Эйе, тәүҙә беҙ был бүләккә ҡыуандыҡ, әммә һуңынан уның тураһында онотоуыбыҙ бар. Рәхмәт хистәребеҙ һыуынмаһын өсөн нимә эшләргә? Алланың һәм Мәсихтең беҙҙең өсөн нимә эшләгәнен һәр ваҡыт иҫебеҙгә төшөрөп торорға кәрәк. w25.01 26 б.,1, 2 абз.

Йома, 24 апрель

Уңышыңдың үҫеүе бөтәһенә лә асыҡ күренһен өсөн, ошо ҡушылған эштәр менән мәшғүл бул, үҙеңде шуларға бағышла (1 Тим. 4:15).

Аҡһаҡал булып хеҙмәт итергә теләгән ҡәрҙәш «иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел». Бәлки, ул хәҡиҡәттә әллә ни күп йылдар түгелдер. Әммә уға етлеккән мәсихсе булыу мөһим. Ә бының өсөн ваҡыт кәрәк. Ғайсанан өлгө ал. Был һиңә баҫалҡы булырға, йыйылыштағы вазифаларҙы теләк менән башҡарырға һәм Йәһүәнең һиңә өҫтәмә вазифалар биреүен сабырлыҡ менән көтөргә ярҙам итер (Матф. 20:23; Флп. 2:5—8). Өҫтәүенә, аҡһаҡал «тоғро» булырға тейеш. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ул Йәһүәнең тәҡүә нормалары буйынса йәшәргә һәм Алланың үҙ ойошмаһы аша биргән күрһәтмәләренә буйһонорға тейеш. Изге Яҙмала аҡһаҡал «өйрәтеүгә маһир булырға тейеш» тип асыҡ әйтелә. Улай булғас, һиңә яҡшы докладсы булыу мотлаҡмы? Юҡ. Аҡһаҡалдарҙың бөтәһе лә оҫта докладсы түгел. Шулай ҙа башҡаларҙы өйрәтер өсөн һәм рухландырыр өсөн, аҡһаҡалдарға вәғәзләгәндә йә ҡәрҙәштәргә килгәндә Изге Яҙманы оҫта ҡуллана белергә кәрәк. w24.11 23, 24 бб., 14, 15 абз.

Шәмбе, 25 апрель

Мин Һинең бойороҡтарыңды алтындан, саф алтындан нығыраҡ яратам (Зәб. 118:127).

Изге Яҙманы уҡығанда аңлашылмаған аят осраһа, уны тикшерегеҙ. Шунан һуң тапҡан фекерҙәрегеҙ хаҡында, Йәһүә, Ғайса һәм уларҙың яратыуы тураһында көн оҙононда уйланығыҙ (Зәб. 118:97). Изге Яҙманы уҡығанда һәм өйрәнгәндә ҡайһы саҡта яңы һәм ҡыҙыҡлы фекерҙәр табып булмай. Һеҙҙең осраҡта ла шулай булһа, бойоҡмағыҙ. Һеҙ ниндәйҙер мәғәнәлә алтын эҙләүсегә оҡшаш: ул күп сәғәттәр һәм көндәр сарыф итергә, әммә бер нәмә лә тапмаҫҡа мөмкин. Ләкин ул бирешмәй һәм алтындың иң бәләкәй бөртөгөн тапһа ла, шатлана. Ә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр күпкә ҡиммәтерәк! (Ғиб. һүҙ. 8:10). Шуға түҙемле булығыҙ, Изге Яҙманы уҡыуығыҙҙы дауам итегеҙ һәм унда йәшерелгән ынйыларҙы эҙләгеҙ (Зәб. 1:2). w25.01 24—25 бб., 14, 15 абз.

Йәкшәмбе, 26 апрель

Йәһүә һеҙҙе ихлас күңелдән кисергән кеүек, һеҙ ҙә шулай кисерегеҙ (Кол. 3:13).

Йәһүә беҙҙе рәнйеткән кешеләрҙе кисерергә әҙер булыуыбыҙҙы теләй (Зәб. 85:5; Луки 17:4; Эфес. 4:32). Кешенең һүҙҙәре йә эштәре беҙҙе рәнйетергә мөмкин. Ә ул яҡын дуҫыбыҙ йә туғаныбыҙ булһа, был айырыуса ауыр (Зәб. 54:13—15). Ҡайһы саҡта был ауыртыу беҙгә бысаҡ ҡаҙалғандай түҙә алмаҫлыҡ булырға мөмкин (Ғиб. һүҙ. 12:18). Әлбиттә, үҙебеҙҙе бер нәмә лә булмағандай тотоп, хистәребеҙҙе тыйып, нисек бар шулай ҡалдырырға була. Ләкин был ярала бысаҡты ҡалдырыуға тиң. Шуның кеүек, беҙ үҙ хистәребеҙҙе тыйһаҡ йә уларға иғтибар бирмәһәк, был ауыртыу үҙенән-үҙе үтер, тип өмөтләнә алмайбыҙ. Кемдер беҙҙе үпкәләтһә, беҙҙең асыуланып китеүебеҙ бар. Изге Яҙма асыуҙы хөкөм итмәй, иң мөһиме, асыу беҙҙән өҫтөнлөк алмаһын (Зәб. 4:5; Эфес. 4:26). Ни өсөн? Сөнки асыу, ғәҙәттә, яҡшы нәмәгә килтермәй (Яҡ. 1:20). Онотмағыҙ, асыуланыу һәм асыуланып йөрөү бер үк нәмә түгел. Беренсеһе — беҙҙең хистәребеҙ, ә икенсеһе — һайлауыбыҙ. w25.02 15 б., 4—6 абз.

Дүшәмбе, 27 апрель

Бына ғилемдең файҙаһы: аҡыл эйәһенең ғүмерен һаҡлай (Вәғ. 7:12).

Ғайса үҙенең бер ғибрәтле хикәйәһендә, «үҙе өсөн байлыҡ йыйып, Алла алдында бай булырға ынтылмаған кеше» аҡылһыҙ эш итә, тип әйткән (Лука 12:16—21). Бер кем дә иртәгә нимә булырын белмәй (Ғиб. һүҙ. 23:4, 5; Яҡ. 4:13—15). Бынан тыш, Ғайсаның шәкерттәре өҫтәмә ауырлыҡ менән осрашыр. Уның һүҙҙәре буйынса, беҙгә «бөтә мөлкәтебеҙҙән баш тартырға» әҙер булырға кәрәк (Лука 14:33). Беренсе быуатта Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәр, мөлкәттәрен юғалтһа ла, шатлыҡтарын һаҡлап ҡала алған (Евр. 10:34). Беҙҙең көндәрҙә күп кенә ҡәрҙәштәр сәйәсәттә ҡатнашыуҙан баш тартҡанға эшһеҙ ҡалған (Асыл. 13:16, 17). Уларға нимә ярҙам иткән? Улар Йәһүәнең: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», — тигән вәғәҙәһенә тулыһынса ышанған (Евр. 13:5). Эйе, киләсәгебеҙҙе планлаштырғанда беҙ ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын эшләйбеҙ, ә ҡалғанын Йәһүә ҡулына тапшырабыҙ. Олоғайғас, көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуһа ла, Алла беҙҙең хаҡта ҡайғыртасағына ышанабыҙ. w25.03 29 б., 13, 14 абз.

Шишәмбе, 28 апрель

Мәсих тәғлимәтенең ошо башланғыс өлөштәрен ҡалдырып, камилырағына күсәйек [һәм]... яңынан нигеҙ һалмайыҡ (Евр. 6:1, 2).

Рухи үҫеш тураһында әйткәндә, Йәһүә беҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Ул мәсихселәр йыйылышында көтөүселәр һәм уҡытыусылар булыуы тураһында ҡайғыртҡан. Улар беҙгә «Мәсих кимәленә еткән кешеләр» булырға ярҙам итә. (Эфес. 4:11—13) Беҙ «Мәсих аңына» эйә була алһын өсөн, Йәһүә беҙгә шулай уҡ изге рух бирә (1 Кәр. 2:14—16). Бынан тыш, беҙҙә дүрт Һөйөнөслө Хәбәр китабы бар. Унда Ғайсаның ерҙә йәшәгәндә нисек уйлағаны, нимә әйткәне һәм нимә эшләгәне тасуирланған. Ғайсанан өлгө алғанда һәм уның фекер йөрөтөү рәүешен үҙләштергәндә, беҙ рухи яҡтан етлеккән мәсихсе булып китәбеҙ. Рухи етлеккәнлеккә өлгәшер өсөн, беҙгә «Мәсих тәғлимәтенең... башланғыс өлөштәре» менән генә ҡәнәғәтләнеү әҙ. w24.04 4 б., 11, 12 абз.

Шаршамбы, 29 апрель

Зирәклек һине ҡурсалар, зиһен һине һаҡлап торор (Ғиб. һүҙ. 2:11).

Беҙ көн һайын ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре ябай ғына, мәҫәлән, иртәнге ашҡа нимә ашарға, нисәлә йоҡларға ятырға. Башҡалары иһә күпкә етдиерәк. Улар һаулығыбыҙ, бәхетебеҙ, ғаиләбеҙҙең именлеге һәм Йәһүәгә табыныуыбыҙға бәйле. Ҡарарҙарыбыҙҙың беҙгә лә, яҡындарыбыҙға ла файҙа килтереүен теләйбеҙ. Әммә иң мөһиме, беҙ Йәһүәне ҡыуандырырға тырышабыҙ (Рим. 12:1, 2). Ҡарар ҡабул итер алдынан факттар йыйырға кәрәк. Ни өсөн был мөһим? Күҙ алдына килтерәйек: кеше ауырып киткән һәм табипҡа килгән, ти. Табип уны ҡарамайынса һәм уның хәле тураһында һорашмайынса тейешле дауалау билдәләрме? Әлбиттә, юҡ. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә беҙ шундай уҡ ысул ҡуллана алабыҙ. Беҙгә лә тәүҙә хәлебеҙгә ҡағылышлы бөтә факттарҙы тикшерергә кәрәк. w25.01 14 б., 1—3 абз.

Кесаҙна, 30 апрель

Раббы һине гонаһыңдан арындырҙы, һин үҙең үлмәҫһең (2 Шам. 12:13).

Йәһүәнең шәфҡәтлеге тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Ул «бер кемдең дә һәләк булыуын» теләмәгәнен нисек күрһәткән? (2 Пет. 3:9). Әйҙәгеҙ, Алланың ҡайһы бер кешеләргә шәфҡәтлек сағылдырғанын ҡарап сығайыҡ. Уларҙың береһе — Дауыт батша. Ул бер нисә ауыр гонаһ ҡылыуҙа, шул иҫәптән хыянат итеүҙә һәм кеше үлтереүҙә, ғәйепле булған. Ләкин Дауыт тәүбә иткән, шуға күрә Йәһүә уны шәфҡәтлек менән кисергән (2 Шам. 12:1—12). Манасыя батша ғүмеренең ҙур өлөшөн яуызлыҡ ҡылып үткәргән. Ләкин Йәһүә хатта шундай кешенең дә тәүбә итеүен иҫәпкә алған һәм гонаһтарын кисергән (2 Йыл. 33:9—16). Был миҫалдарҙан күренеүенсә, Йәһүә мөмкинлек булғанда һәр ваҡыт шәфҡәтлек күрһәтә. Ул шундай кешеләрҙе терелтәсәк, сөнки улар ауыр гонаһ ҡылғандарын таныған һәм тәүбә иткән. w24.05 4 б., 12 абз.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2026)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2026 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу