Йома, 17 апрель
Бер кемгә лә үҙегеҙҙе алдарға юл ҡуймағыҙ (2 Тис. 2:3).
Илсе Павелдың фессалоникаларға яҙған хатынан ниндәй һабаҡ алып була? Беҙ ҙә бөгөн шаҡ ҡатырғыс йә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә нигеҙләнмәгән хәбәрҙәр ишетә алабыҙ. Ундай осраҡтарҙа үтә күреүсән булыу мөһим. Советтар Союзында ҡәрҙәштәребеҙ, имеш, баш идаралыҡтан килгән хат алған. Шул хатта ҡәрҙәштәргә айырым ойошма булдырырға кәңәш ителгән. Хат ысын булып күренһә лә, асылда, уны дошмандар яҙған. Әммә тоғро ҡәрҙәштәр алданмаған. Улар был хатта яҙылғандарҙың ойошманың өйрәтеүҙәренә ҡаршы килгәнен аңлаған. Бөгөн дә хәҡиҡәткә ҡаршы килеүселәр заманса технологияларҙы ҡулланып, беҙҙе алдарға һәм арабыҙҙа бүленештәр тыуҙырырға тырыша. Шуға беҙгә аҡыл менән эш итеп ашығыс һөҙөмтәләр яһауҙан һаҡ булырға кәрәк. Үҙебеҙҙе яҡлар өсөн беҙгә уҡығандарыбыҙ һәм ишеткәндәребеҙ инде белгән хәҡиҡәттәргә тура киләме-юҡмы икәнен ентекләп тикшерергә кәрәк (2 Тис. 2:2; 1 Яхъя 4:1). w24.07 12 б.,14, 15 абз.
Шәмбе, 18 апрель
Берәйһе гонаһ ҡылһа, Атабыҙ янында ярҙамсыбыҙ... бар (1 Яхъя 2:1).
Кеше ҡабул итә алған иң мөһим ҡарар — үҙеңде Йәһүәгә бағышлау һәм уның халҡына ҡушылыу. Йәһүә бөтәһенең дә шундай һайлау яһауҙарын теләй. Ни өсөн? Йәһүә кешеләрҙең уның менән дуҫ булыуҙарын һәм мәңге йәшәүҙәрен теләй (Ҡан. 30:19, 20; Ғал. 6:7, 8). Әммә Йәһүә бер кемде лә үҙенә хеҙмәт итергә мәжбүр итмәй. Ул һәр кешегә һайлау мөмкинлеген биргән. Һыуға сумдырылған мәсихсе етди гонаһ ҡылып, Алла ҡанунын боҙһа, уның менән нимә булыр? Әгәр ул тәүбә итмәһә, уны йыйылыштан ситләштерерҙәр (1 Кәр. 5:13). Әммә хатта шул осраҡта ла Йәһүә гонаһ ҡылған кешенең кире ҡайтыуына өмөтләнә. Ысынында, Йәһүәнең тәүбә иткән мәсихсене кисерергә нигеҙе бар, сөнки ул бының өсөн йолом ҡорбаны түләгән. Беҙҙең ҡайғыртыусан Аллабыҙ, гонаһ ҡылғандарға мөрәжәғәт итеп, уларҙы тәүбә итергә саҡыра (Зәк. 1:3; Рим. 2:4; Яҡ. 4:8). w24.08 14 б., 1, 2 абз.
Йәкшәмбе, 19 апрель
Йөрәгеңдә аҡылың булһа, минең йөрәгем дә шатланыр (Ғиб. һүҙ. 23:15).
Илсе Яхъя үҙенең өсөнсө хатын яҙған ваҡытҡа йыйылышта мөртәттәр барлыҡҡа килгән. Улар ялған өйрәтеүҙәр таратҡан һәм бүленештәр тыуҙырған. Ләкин «хәҡиҡәт юлында» йөрөгәндәр ҙә булған. Улар Йәһүәгә буйһонған һәм уның «әмерҙәре буйынса» йәшәгән (2 Яхъя 4, 6). Был тоғро мәсихселәр Яхъяны ғына түгел, ә Йәһүәне лә һөйөндөргән (Ғиб. һүҙ. 27:11). Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Тоғролоҡ шатлыҡ килтерә (1 Яхъя 5:3). Йәһүәнең йөрәген һөйөндөргәндә беҙ бәхетле. Донъя ҡотҡоларын кире ҡағыуыбыҙҙы һәм уның ҡанундары буйынса йәшәүебеҙҙе күреп, Йәһүә ҡыуана. Фәрештәләр ҙә ҡыуана (Лука 15:10). Беҙ ҙә ҡәрҙәштәребеҙҙең Аллаға тоғро ҡалыуҙарын күреп, улар өсөн шатланабыҙ (2 Тис. 1:4). Ә Шайтандың донъяһы юҡ ителгәс, Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлай алғаныбыҙға шатлыҡтан күңелебеҙ ташыр. w24.11 12 б., 17, 18 абз.